Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙ һоратыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡыҙ һоратыу

«Ҡыҙ һоратыу» йолаһы төрлө яҡтарҙа төрлөсә: «Ҡыҙ әйттереү», «Яусылау» тип тә йөрөтөлә. Күңеленә оҡшаған ҡыҙҙы һоратыр өсөн, егеттең ата-әсәһе шул йортҡа яусы ебәрә. Ике аралағы килешеү-килешмәүҙең һөҙөмтәһе яусынан тора. Шуға күрә уны абруйлы, теле үткер һәм шыма, йор һүҙле булыуына ҡарап һайлағандар. Ҡайһы бер яҡтарҙа яусы йәш кеше булһа ла, таяҡ таянып килергә тейеш. Урман башҡорттарында уны бер балағын тыштан һалындырып, билен быуып, ошо ауылдан булһа ла, ат менеп килеүенән танығандар. Эйәренең ҡанъяғаһына сәрмә тағып та килер. Башҡа бер ауылдарҙа, яусыны, өйгә ингәс тә, үҙенең аҫтына мендәр тартып алып һалыуынан ни йомош менән килеүен аңғарғандар.

Яусы бараһы еренә туранан-тура барып инмәй. Уратып-суратып йөрөп, йомош тапҡан булып, икенсе йортҡа ла кереп сыға. Ҡыҙ йортона килеп ингәс тә, тәүҙә хәл-әхеүәл һорашып, һүҙ сурыта. Шунан һуң ғына: «Юғымды юллап йөрөйөм әле, һеҙҙә түгел микән?» — тип һораша. Ҡыҙҙың атаһы ла төплө генә яуап бирмәй, ситләтеп кенә: "Әй, ярар, юғыңды эҙләй бир әле", — тип ҡуя. Яусы киткәс, туған-тыумасаһын йыйып, кәңәш итә. Ҡыҙ һоратыусы егеттең ғаилә, нәҫел-ырыуын төпсөгәс кенә, яусыға хәбәр ебәрә.

Икенсе килгәнендә яусы туп-тура ҡыҙ йортона төшә. Үҙен ҡаршылаған йәш килендәр, ҡыҙҙың әхирәттәренең төртмәле таҡмаҡтарына ла бирешеп тормай. Кинәйәләп, һамаҡлап ниәтен әйтеп бирә:

Миндә ҡайыш баулы ҡарсыға бар,

Һеҙҙә ебәк баулы тутыйғош бар:

Шуны һорай килгәнмен…

Ҡыҙ атаһы яусы менән һөйләшеп, егет атаһына ҡоҙа булырға ризалашһа, яусы ике арала ҡайта-ҡайта йөрөп тора. Ҡыҙ атаһының туғандары, тағы йыйылып, «баш ҡушып кәңәшеү» йолаһын үтәй. Барыһы бер фекергә килгәс, яусыны саҡыртып: «Юғың табылды, беҙҙә булған икән!» — тиҙәр. Ҡыҙ атаһы яусыға — бер күлдәклек — яусы бүләге бирә. Яусы ҡыҙ атаһынан алған һүҙҙәрен егет атаһына алып барып еткерә. Шунан һуң егеттең бер-ике туғанын алып, ҡыҙ әйттерергә баралар, мал алыу туйына саҡырып ҡайталар. Ҡыҙға ҡолонло йә тыу бейә, быҙаулы һыйыр, һарыҡ бирергә вәғәҙәләшәләр.

Ике араны ҡоҙалаштырыу тамам булғас, яусы таяғына таянып, егет атаһына ҡарап тора: был күренеш — «яусының яңағы ҡарышҡан» тип атала. Егеттең атаһы табан ялына яусының ауыҙына тәңкә ҡаптырғас, ул ҡалым, мәһәр хаҡында килешкәнлеген, ҡоҙаларҙы күндергәнлеген әйтә.

Ҡайһы бер осраҡта ҡыҙ әйттерергә оло әбей, йә булмаһа ҡыҙҙың ата-әсәһе үҙе барған. Ундай саҡта ҡапҡа төбөндә ошондай әйтеш әйтелгән:

-Кем унда?

-Беҙ, юлаусылар! Арба ҡыйраны, ҡунырға кертмәҫһегеҙме?

-Арағыҙҙа кемдәр бар?

-Һунарсылар бар!

-Ниндәй кейек ҡыуалар?

-Йәне теләгәнде алалар!


Һөйләшер алдынан буласаҡ ике ҡоҙа тағы әйтеш әйтешеп алған:

-Аҡ тирәк!

-Күк тирәк!

-Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

-Арағыҙҙан ҡыҙ кәрәк!

-Ҡулығыҙҙа ниҙәр бар?

-Бауға теҙгән тәңкә бар!

-Һабағында ниҙәр бар?

-Шәлкемләнгән ебәк бар!

-Йомошоғоҙ ниҙә ине?

-Миндә ҡайыш баулы ҡарсыға бар,

Һеҙҙә ебәк баулы тутыйғош бар:

Шуны һорай килгәнмен…

-Килгәнеңдә ни күрҙең?

-Парлы ат күрҙем,

Икеһе лә күк икән,

Дилбегәһе яҡшы икән,

Тотҡан мин дә тотоп алдым,

Ысҡындырмайынса ҡалдым,

Ҡулда көс тә бар икән!

Шулай әйтемләшеп, буласаҡ ҡоҙалар вәғәҙә бирешәләр. Егет әсәһе вәғәҙә бүләген, ҡыҙ атаһы яусы бүләген тапшыра. Һөйләшеү аш-һыу мәжлесе менән тамамлана.

  • Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры. — I том.Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1995. — 560 бит.
  • Буранғолов М. Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар.- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 325 бит.