Һарайлы (тарихи-мәҙәни үҙәк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгеБашҡортостан Республикаһы Благовар районы Һарайлы ауылында урынлашҡан тарихи-мәҙәни үҙәк.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге 2012 йылдың 13 февралендәге Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. З. Хәмитовтың указына ярашлы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт учреждениеһының филиалы булараҡ Благовар районы Һарайлы ауылында ойошторола. Тарихи-мәҙәни үҙәккә мең ҡәбиләһе башлығы һәм Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының төп инициаторҙарының береһе Ҡәнзәфәр бейҙең исеме бирелгән.

Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең төп маҡсаты үҫеп килеүсе быуын вәкилдәрен башҡорт халҡының данлыҡлы традициялары миҫалында элекке быуындарҙың идеалдарын тоғро ҡалыуҙа тәрбиәләү; археологик һәм тәбиғи ҡомартҡыларға һаҡсыл мөнәсәбәтте пропагандалау; халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, халыҡ кәсептәрен һаҡлау, боронғо башҡорт кәсебе (туҡыусылыҡ, ағасты семәрләп ҡырҡыу, солоҡсолоҡ, милли аш-ҙыу сәнғәте һәм башҡалар) оҫталарының төрлө күргәҙмәләрендә ҡатнашыу булып тора. Тарихи-мәҙәни үҙәк булышлығында халыҡ байрамдары («Һаумыһығыз, ауылдаштар!», «Шәжәрә байрамы», «Һабантуй»), һәм шулай уҡ башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм традицияларын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]