Һанайһары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Һанайһары»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Һанайһары — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Риүәйәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер ҡарттың һигеҙ ҡыҙы һәм Һанайһары исемле улы булған. Һанайһары үҫеп, егет булғас, һунарға йөрөй башлаған. Бер һунарында ул күл буйында бер ҡыҙҙы күреп ҡалған. Ҡыҙ күлгә сумған. Егет уның кире сыҡҡанын алты көн көткән. Етенсе көн ҡыҙ күлдән сыҡҡан да сәсен тарай башлаған. Егет шым ғына арттан килгән дә ҡыҙҙың сәсенән урап тотоп алған. Ҡыҙ күлгә сумған. Һанайһары ҡыҙҙың сәсен ысҡындырмаған. Улар һыу аҫты батшалығында йәшәй башлаған. Тәүҙә егет һөйгәне менән бәхетле булған, ләкин аҙаҡ ерҙе һағынып моңая башлаған. Улар ергә сығып йәшәй башлаған.

Ҡыҙҙы урыҫ байы күреп ҡалған да уны үҙенә кәләшлеккә алырға булған. Ул Һанайһары менән һуғыша башлаған. Бай егеткә сәнскән. Ҡыҙ хәнйәрҙе алған да байға сәнскән. Шунан үҙен үлтергән.

Шул ваҡыттан тороп ҡалған Һанайһары менән Шайтанһары тигән ике тау. Ә егеттең тыуған яғын һағынып йырлаған йыры «Һанайһары» исеме менән таралып киткән.[1][2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
  2. Һанайһары — Башҡортостандың Әлшәй районындағы тау.