Һигеҙмөйөшлөк
Һигеҙмөйөшлөк | |
![]() |
Һигеҙмөйөшлөк (рус. восьмерик) — архитектурала Һигеҙ ҡырлы йәки һигеҙ мөйөшлө ҡоролма йәки уның бер өлөшө[1].
Иң боронғо һигеҙ ҡырлы бина, күрәһең, беҙҙең эраға тиклем I быуат уртаһында Афинала төҙөлгән Елдәр Башняһы булғандыр. Һигеҙмөйөшлөк — ел тирмәндәре өсөн таралған күренештәрҙең береһе. Һигеҙ ҡырлы йорттар АҠШ-та бик популяр булған.
Бер тигеҙ периметрҙарҙа һигеҙ мөйөшлө форма төҙөлөш майҙанын яҡынса 20 % ҙурайтырға мөмкинлек бирә. Был ысул менән төҙөлөш материалдарын экономиялауға, ҡышҡыһын аҙыраҡ һыуыныуға һәм йәйен йылыныуға, бынан тыш яҡшыраҡ яҡтыртыуға өлгәшелә.
Дүртмөйөшлөктәге һигеҙмөйөшлөк[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дүртмөйөшлөктәге һигеҙмөйөшлөк — рус сиркәү архитектураһында таш һәм ағастан төҙөлгән бинаның популяр конструктив тибы. Аҫҡы өлөшө — куб рәүешендә булып, уның өҫтөнә бер йәки ике һигеҙмөйөшлөк урынлашыуы мөмкин, сатыр йәки көмбәҙҙәр рәүешле ослана. Рәсәйҙә бындай тип айырыуса XVII һәм XVIII быуаттарҙа (барокко заманында) таралған.
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вознесение Сиркәүе (Коломенское) 1529-1532 Йй.
Преображенский сиркәүе (Кижи), 1714 йыл
Меншиков башняһы, 1707 йыл
Сухарев башняһы 1692-1695 йылдар
Василий Блаженный Ҡорамы (Покров соборы), 1555-1560 йылдар
Спас башняһы 1491 йылда П. А. Солари проекты буйынса төҙөлгән
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дүртмөйөшлөк
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Восьмерик // Большая советская энциклопедия, 3-е изд.