Эстәлеккә күсергә

Мария Һуҡыр ҡыҙҙар институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һуҡыр ҡыҙҙар Мария институты битенән йүнәлтелде)

Һуҡыр ҡыҙҙар Мария институты - рус. Мариинский институт для слепых девиц (Санкт-Петербург) - Санкт-Петербургтағы Император Кешелекте яратыу йəмғиəтенең Һуҡырҙар институты бүлексәһе сифатында эшләгән күрмәгән ҡыҙҙар өсөн уҡыу йорто. Баҡса урамындағы 62 йорт һәм Усачев тыҡрығы (хәҙерге Макаренко) мөйөшөндә урынлашҡан булған.

Рәсәйҙә һуҡырҙар өсөн махсус учреждениелар XIX быуат башында барлыҡҡа килә. Император Кешелекте яратыу йәмғиәтенең һуҡырҙар институты һәм Һуҡыр ҡыҙҙар Мария институты була. Ике учреждение ла Петербургта урынлашҡан.

Император Кешелекте яратыу йəмғиəтенең Һуҡырҙар институты - Рәсәйҙә һуҡырҙарға тәүге ярҙам учреждениеһы булараҡ асылған. Институтҡа билдәле француз тифлопедагогы Валентин Гаюи (Hauy) үҙенең һуҡыр ярҙамсыһы Шарль Фурнье менән нигеҙ һалған. Улар С.-Петербургҡа император Александр I саҡырыуы буйынса 1806 йылдың сентябрендә килгән. 1807 йылдың 10 авгусында император Александр I 1807 йылдың 15 уҡыусы өсөн иҫәпләнгән "Эшләп йөрөгән һуҡырҙар институты штаттары"на ҡул ҡуя. 1870-се йылдар аҙағында, бинаның ныҡ туҙыуы арҡаһында, институт Исидор фәҡир-меҫкендәр йортона күсерелә[1].

Һуҡыр ҡыҙҙар өсөн асылған институт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуҡырҙар институтының даими осраған проблемаларына ҡарамаҫтан, Император Кешелекте яратыу йәмғиәте советы һуҡыр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шундай учреждение асырға ҡарар итә. 1871 йылдың декабрендә Петербургта һуҡыр ҡыҙҙар өсөн Мария институты асыла. Уҡыу йортон буласаҡ императрица Мария Федоровна үҙ ҡанаты аҫтына ала, әммә "Мария" исеме Александр II-нең ҡыҙы бөйөк кенәзбикә Мария Александровнаның ҡыҙы хөрмәтенә бирелә[2].

Яңы институттың маҡсаты - кесе йәштәге һуҡыр ҡыҙ балаларға дини-әхлаҡи тәрбиә биреү һәм уларға көстәренән килгән кимәлдә үҙ-үҙҙәрен аҫрарлыҡ "сәнғәт, ҡул эштәре һәм һөнәрҙәренә" өйрәтеү була. Уҡыу программаһына Закон Божий, бармаҡтар һиҙгерлегенә таянып уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү, рус теле һәм әҙәбиәте нигеҙҙәре, арифметика, ватан һәм дөйөм тарих, география, ҡыҫҡаса тәбиғәт тарихы, музыка, йыр, гимнастика, шулай уҡ "хөкүмәткә һәм йәмғиәткә ҡарата кешенең төп бурыстары менән танышыу" инә.

Көстәренән килерлек шөғөлдәрҙән ҡыҙҙарҙы бәйләм бәйләүгә, бау үрергә, кәрзин һәм ҡумта эшләргә өйрәтәләр. Тәрбиәләнеүселәр йәшенә һәм һәләттәренә ҡарап өс эҙмә-эҙлекле синыфта уҡыйҙар - был әҙерлек, кесе һәм өлкән синыфтары була. Һәр класта булыу ваҡыты төрлө булған , әммә уҡыу йортонан сыҡҡанда ҡыҙҙарға кәмендә ун һигеҙ йәш тулған булыуы шарт итеп ҡуйыла. Етем балалар институттың фатир бүлексәһендә ҡала алған.

Мария институты өсөн тәғәйенләнгән комплект 15 кешегә генә билдәләнгән. 1872 йылда учреждениела 17 тәрбиәләнеүсе иҫәпләнә. XIX быуат аҙағына тиклем Мария институтында бер үк ваҡытта ике тиҫтә кешенән артмаған. 1897 йылда унда 20 тәрбиәләнеүсе булған.

Уҡыу йортоноң матди хәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Учреждение хәйриә иғәнәләре иҫәбенә, төп капиталдың процентынан, пансионеркалар өсөн түләүҙәрҙән һәм Кешелекте яратыу йәмғиәт советынан түләүҙәрҙән финансланған. Учреждениела попечительр вазифаһы булдырыла, ул V класлы дәүләт хеҙмәте хоҡуғына һәм Кешелекте яратыу йәмғиәте мундирын кейеп йөрөү хоҡуғына эйә була. Был вазифаны төп капитал сифатында 10 мең һум аҡса һалған совет ағзаһы Петр Степанович Митусов биләй. Карьера эшләү был изге күңелле кеше өсөн мөһим стимул булып тормаған, сөнки ул ваҡытта П. С. Митусовҡа ғәмәлдәге статский советник, йәғни IV класс чины бирелгән булған. Мария институты башҡа яҡтарҙан да ҙур ғына иғәнәләр алған. Санкт-Петербургтың билдәле хәйриәсеһе Н. А. Стенбок-Фермор процентын пансионеркалар өсөн тотоноу маҡсаты менән 4000 һум аҡса биргән. 1886 йылда уҡыу йортоноң финанс хәлен нығытыу өсөн дүрт попечитель вазифаһы булдырыла, уларға VI класс дәүләт хеҙмәте хоҡуғы бирелә. Шул уҡ йылда Мария институтында VIII класс дәүләт хеҙмәте хоҡуғы менән табиб вазифаһы индерелә .

1910 йылда унда 26 ҡыҙ бала белем алған[3].

Санкт-Петербургтағы Император Кешелекте яратыу йəмғиəтенең Һуҡырҙар институты 1918 йылға тиклем эшләгән һәм ул бөтөрөлөү менән һуҡыр ҡыҙҙар институты ла ябылған.

  1. Институт слепых Императорского Человеколюбивого общества 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.
  2. Зимин Игорь Викторович Первые опыты призрения слепых в 1880-1890-е гг
  3. Институт слепых Императорского Человеколюбивого общества 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.
  • Человеколюбивого общества институты слепых. СПб., 1872;
  • Полежаев А. Записка Попечителя Института слепых Императорского Человеколюбивого общества о необходимости безотлагательного преобразования Института. СПб., 1878.