Эстәлеккә күсергә

Һәйбәт кешеләр (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйбәт кешеләр
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886

Һәйбәт кешеләр  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған,«Новое время» гәзитенең 3856-се һанында 1886 йылдың 22 ноябрендә, «Сестра» тип аталып, Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында сыға.

А. П. Чеховтың «Һәйбәт кешеләр»(«Хорошие люди») хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, «Новое время» гәзитенең 3856-се һанында 1886 йылдың 22 ноябрендә, «Сестра» тип аталып, Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында сыға. А. Ф. Маркс нәшер итеп ятҡан А. П. Чехов әҫәрҙәренең йыйылмаһына «Хорошие люди» тип аталып индерелә. Был әҫәрҙәр тупланмаһында Чехов хикәйәнең финалын үҙгәртә, был юлы хикәйәнең геройы вафат булған, ул Ваганьков зыяратында ерләнгән һәм бар кеше тарафынан да онотолған.

Хикәйәне яҙған йылдарҙа Чехов Толстойҙың философия эштәре менән ҡыҙыҡһына, уның яманлыҡҡа ҡаршы тормау теорияһы тураһындағы әҙәбиәттә барған бәхәскә ҡушыла.

Хикәйә тәнҡит тарафынан билдәләнә. Әҙбиәтсе Оболенский Чеховты романтик Короленкоға ҡапма-ҡаршы тора тип тапҡан мәҡәлә яҙа.

Хикәйә беренсе затта алып барыла. Унда Мәскәү университетының юридик факультетын тамамлағандан һуң тимер юл конторында эшләгән Владимир Семеныч Лядовский һүрәтләнә. Эштән буш саҡтарында ул үҙе яратҡан эше — әҙәбиәт менән шөғөлләнә.

Гәзиттәрҙә мәҡәләләре яҙылып сыға башлағандан һуң бер йыл үткәс, ул аҙналыҡ тәнҡит фельетоны сығара башлай. Лядовский үҙенең табип һеңлеһе Вера Семеновна менән бергә йәшәй.

Заманында ул архитекторға кейәүгә сыҡҡан була. Йәштәр бары тик бер ай ғына бергә йәшәп өлгөрә. Вера Семеновна иренән тиф ауырыуы йоҡтора һәм ҡаты сирләп китә. Һауыҡҡас, ул ире Ивандың үлеүе хаҡында белә. Ул ҡайғыһынан морфий дозаһы ҡабул итә, ләкин үлмәйенсә тере ҡала. Ошоларҙы башынан кисергәс, ул ағаһы янына кире ҡайта. Медицина уны ныҡ йонсотһа ла , ул ғәмәли табиблыҡ менән шөғөлләнә һәм «эшһеҙлектә һәм тыныслыҡта үҙ йәшлеген ағаһы янында йәшәп әрәм итә».

Бер кистә Владимир Семеныч үҙенең өйөндә тәнҡит фельетоны яҙып ултыра. Вера Семеновна уның янында яҙғанын ҡарап ултыра һәм ағаһына көтөлмәгән һорау бирә: «Нимә ул яманлыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтмәү?». Ағаһы уға былай тип аңлата: «мәҫәлән, һиңә бурҙар һәм юлбаҫарҙар ташлана һәм һине талай, ә һин уларға яуап биреү урынына…» Һеңлеһе унан логик билдәләү биреүҙе һорай, ағаһы уға «яманлыҡҡа ҡаршы тормау — әхлаҡи сферала булған бер нимәгә лә ҡыҫылмайса ҡалыу» - ти.

Уларҙың был темаға әңгәмәһе ул төндә һәм икенсе көндә лә дауам итә. Ағаһы әңгәмәне бер нисек тә шаяртыу менән туҡтата алмай, һәм уларҙың мөнәсәбәттәре яйлап боҙола башлай. Һеңлеһе ағаһын юҡҡа эшләйһең, был эш бары тик хөрәфәт кенә тип, шелтәләй, үҙе күңелһеҙлектән зарлана. Даими рәүештә ул диванда бер ни эшләмәй, уҡымай ята, һуңғараҡ үҙе артынан йыйыштыра башлай, кейемдәрен, ярым итектәрен таҙартырға керешә. Сираттағы бәхәстән һуң ағаһы уға ҡырын ҡарай башлай.

Йәйҙең бер көнөндә Вера Семеновна кейенә, ҡулына сумкаһын ала һәм ағаһы бүлмәһенә килеп инә, уны манғайынан үбә һәм N. губернаһына сәсәктән прививкаға китәм тип әйтә. Владимир Семеныч уны бүтән бер ҡасан да күрмәй. Бер ваҡыт ул үпкә шешенән ауырып китә һәм вафат була. Әҙәбиәтселәр уны Ваганьков зыяратында ерләй. Уның ҡәберен матурларға аҡса йыйыу уңышһыҙ тамамлана. Владимир Семенычты бер кем дә хәтерләмәй. Ул барыһы тарафынан да онотола.

  • Чехов А. П. Хорошие люди // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 160, voir à Liadovski, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Braves Gens, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.