Әминова Таһира Кәлимулла ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Викидатала элемент тултырылмаған |
Әминова Таһира Кәлимулла ҡыҙы (11 октябрь 1959 йыл) — шәфҡәт туташы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһира Кәлимулла ҡыҙы Әминова 1959 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Байым ауылында тыуған. 1980 йылда Белорет медицина училищеһының фельдшерҙар әҙерләү бүлеген тамамлай. 1980 йылдан Өфө ҡалаһының 5-се клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы, өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Төп эшмәкәрлеге менән бер рәттән дауахананың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнаша. 5-се клиник дауахананың профсоюз комитеты һәм шәфҡәт туташтары советы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре
- Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының Почёт грамотаһы
- Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Өфө ҡала ойошмаһы Почёт грамотаһы
- Өфө ҡалаһының Совет районы Почёт грамотаһы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары /— Өфө: Банкос-Медиа, 2012. — 162 б.