Әрәмә (ағаслыҡ)
Әрәмә |
Әрәмә (рус. Урема, урёма, пойменный лес) - ғәҙәттә туғайҙа, дымлы, уйпат ерҙә үҫкән ағаслыҡ [1][2]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әрәмә - ваҡытлыса һыу баҫыусан, һаҙмырт, йылға үҙәндәрендә үҫә торған урмандар, ҡыуаҡлыҡтар. Бындай урындарҙағы ағаслыҡтар урман зонаһынан (тайгала 70-80%) дала зонаһына (3-10%) табан кәмей бара. Был тәбиғи факторҙарға, шулай уҡ был йүнәлештә төбәктең үҙләштерелеүенә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәрҙе таҙартыу интенсивлығына бәйле. Әрәмәләр тундра, далалар һәм ярым сүл йылғалары буйында ла үҫеп, төп ағас сығанағы булып тора [3].
Әрәмәлектәрҙең составы һыу шарттарына яраҡлылығына һәм башҡа тоҡом ағастар менән һыйыша алыуына; һыу баҫыу режимына, һыуҙың химик составына, ташҡында ярға яғылған тупраҡтың гранулометрик составы, миҡдарына бәйле.
Иң уйһыу, түбән ятҡан йылға буйҙарында оҙайлы ваҡыт (60 тәүлектән артыҡ) һыу баҫыу шарттарында, артыҡ дымлы тупраҡтарҙа төрлө тоҡом тал биләй. Артыҡ дымлы, уңдырышлы тупраҡлы урындарҙа бонитеттың I—III синыфына ингән ҡара ерек урын ала.
Тайга зонаһында, 15-45 көн дауамында һыу баҫҡан майҙандарҙа талдар ҡайынға һәм уҫаҡҡа юл бирә.
Сүллектә һәм ҡоролоҡло төбәктәрҙә - Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда ағас һәм ҡыуаҡ үҫемлектәре һыу баҫыуҙарында һыҙат булып һәм ҙур йылғаларҙың дельталарында туплана, уларҙа тал, тирәк, тамарикс һәм башҡа төрҙәр әрәмәлектәр барлыҡҡа килтерә.
Ғөмүмән, әрәмәләрҙә ҡатнаш ҡуйы булмаған ағаслыҡтар, ҡыуаҡтар өҫтөнлөк итә. Улар тауар структураһы сағыштырмаса түбән һәм санитария йәһәтенән дә сифатһыҙыраҡ булыуы менән айырылып тора. Был әрәмәлектәрҙе һуңғы 2-3 быуат эсендә интенсив ҡырҡыу, уларҙа 3-6-сы быуын генерация таралыуы, артыҡ күпләп мал көтөү, ҡоротҡос бөжәктәр һәм бәшмәк ауырыуҙары зыян килтереүе, йылғаларҙағы гидротехник ҡоролмалар менән бәйле һыу режимындағы үҙгәрештәр менән бәйле [4].
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әрәмәлектәрҙе I төркөм урмандарына индерәләр. Уларҙың аккумулятив, эрозияға ҡаршы, климатты үҙгәртеүсе һәм башҡа бик күп башҡа файҙалы функциялары бар. Әрәмәләр ауыл хужалығының һыу баҫыусан ерҙәрен ҡом ағымынан һаҡлай һәм уларҙың етештереүсәнлеген арттыра, һыу ҡулланыу тотороҡландырыла, балыҡтар һәм башҡа хайуандар үрсеүенә өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, кешеләрҙең ял итеүе өсөн яйлы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 754-се бит
- ↑ Урема//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Пойменные леса
- ↑ Пойменные леса
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урема// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Лесная энциклопедия: В 2-х т., т.2/Гл.ред. Воробьев Г.И.; Ред.кол.: Анучин Н.А., Атрохин В.Г., Виноградов В.Н. и др. - М.: Сов. энциклопедия, 1986.-631 с., ил.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урема//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Пойменный лес
- Урема