Эстәлеккә күсергә

Әуәзов йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әуәзов йорт-музейы
Нигеҙләү датаһы 1963
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Рәсми асылыу датаһы 1963
Карта

М. О. Әуәзовтың әҙәби-мемориаль йорт-музейы — Алма-Атала 1963 йылда М. О. Әуәзов һуңғы 10 йылда (19511961 йылдарҙа) йәшәгән йортта нигеҙ һалынған музей.

1963 йылда Мөхтәр Ауэзовтың мемориаль йорт-музейы асылған. Музейҙың беренсе директоры яҙыусының ҡыҙы Л. М. Әуәзова булған. Бында яҙыусы «Абай юлы» эпопеяһын тамамлаған, бөгөнгө заман тураһында яңы роман өҫтөндә эш башлаған, ҡайһы бер сәнғәт әҫәрҙәрен (пьесаларын, очерктарын) һәм фәнни-тикшеренеү хеҙмәтетәрен.[1] ижад иткән.

Музей экспозицияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙың мемориаль өлөшө, атап әйткәндә, эш кабинеты ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әуәзовтың шәхси архивы һәм китапханаһы менән бер рәттән музей фондтарында 150 меңдән ашыу экспонат, мемориаль әйберҙәр, сәнғәт әҫәрҙәре, фотоһүрәттәре һәм башҡалар бар. Музейҙа шулай уҡ яҙыусының һәм уның әҫәрҙәре геройҙары образдарын сағылдырған Е. Вучетич, М. Тельжанов, Т. Урманче, А Кастеев, С Мамбеев, Н. Нурмухамедов, Е. Сидоркин һәм башҡа сәнғәт оҫталарының әҫәрҙәре тупланған. Музей мәҙәни-ағартыу эше менән бер рәттән Әуәзов ижадын йыйыу, өйрәнеү һәм пропагандалау буйынса ҙур үткәрелгән фәнни-тикшеренеү эшен үткәрә[1].

1949 йылда Мөхтәр Әуәзов Сталин премияһына лайыҡ була, һәм шул аҡсаға ул ике уҡытыусынан ер участкаһы һатып алған.

1951 йылда Мөхтәр Әуәзов был участкала йорт төҙөгән. Бина архитекторы булып Георгий Герасимов сығыш яһай[2].

Был йортта яҙыусы ғаиләһе менән ғүмеренең һуңғы йылдарында (1951—1961 йылдар) йәшәгән. Әйтер кәрәк, 1952 йылда Әуәзов, ҡулға алыныу ҡурҡынысы янағанлыҡтан, Алма-Атаны ташлап китергә мәжбүр булған. Сталин үлгәндән һуң ғына,1954 йылда, ул баш ҡалаға ҡайта алған.

Мөхтәр Әуәзов 1961 йылдың 27 июнендә вафат була. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, 1961 йылдың 15 авгусында, уның музейын асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә [3].

1995—1997 йылдарҙа музей бинаһы архитектор С. Матайбеков проекты буйынса үҙгәртеп төҙөлгән. Реконструкциялау музейҙың экспозицияһын киңәйтеү кәрәклеге менән бәйле булған.[4].

1979 йылдың 4 апрелендә (Әуәзовтың йорт-музей бинаһы ла күрһәтелгән) Алма-Ата ҡалаһы халыҡ депутаттары советы башҡарма комитетының «Алма-Ата ҡалаһы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлеген раҫлау тураһында» тигән 139-сы ҡарары ҡабул ителгән [5]. Ҡарар һәйкәлде һаҡлау бурысын һәм уны реставрациялау проектын алдан күҙаллаған.

1982 йылдың 26 ғинуарында бина Ҡаҙаҡ ССР-ының республика әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә [6].