Эстәлеккә күсергә

Өн эйәртеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Өн эйәртеме — шиғри телмәрҙәге фонетик күренеш, тормоштағы берәй күренешкә йәки айырым хайуандар тауышына хас булған өндәр яңғырашын өн мөмкинлектәре аша сағылдырыу. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Төнгө смена» шиғырында ул ижади яҡтан уңышлы ҡулланылыш тапҡан:

Бында төрлө тауыш. Бер машина:
«Тиҙ-тиҙ, тиҙ-тиҙ, тиҙ-тиҙ!..» — ти,
Икенсеһе: «Эш!.. Эш… Эш… Эш!..» — тиһә,
Өсөнсөһө: «Эшләрбеҙ… беҙ… беҙ..!» — ти.
Береһе: «Тимерҙе ҡыр… ҡыр… ҡыр…» — тиһә,
Икенсеһе: «Ҡырам… ҡырам!..» — ти.
Өсөнсөһө: «Винтты бор!.. Бор!..» — тиһә,
Дүртенсеһе: «Борам! Борам!..» — ти.