-1 (һан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ми́нус бер, −1 — (−2)-нән ҙур, ә 0-дән бәләкәй булған бөтөн һан. Иң ҙур тиҫкәре һан, бөтөн һан.

Математика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Минус бер 1 һанының үҙсәнлектәренә оҡшаш булған үҙсәнлектәргә эйә.

  • Минус бергә ҡабатлау ҡабатлашыусының модуль-ен шул килеш ҡалдыра, тик тамғаһын ҡапма-ҡаршыға үҙгәртә:
  • Билдәләмә буйынса, x−1 ≡ 1/x, йәғни һанды -1 дәрәжәһенә күтәреү был һанға кире һанды бирә. Был билдәләмә принципиаль, сөнки ул a йәки b тиҫкәре булғанда xaxb = x(a + b) тигеҙлеген һаҡлай.
  • Минус бер ялған бер i-ҙең квадратына тигеҙ.
  • Минус бер йоп дәрәжәлә бергә тигеҙ, ә таҡ дәрәжәлә үҙенә тигеҙ.
  • комплекслы һандар теорияһында -1-ҙән квадрат тамыр ялған бер i тип атала.

Симметрик өсәрле иҫәпләү системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Симметрик өсәрле иҫәпләү системаһында 0 һәм 1 цифрҙары менән бер рәттән 1 (минус бер) цифры бар. 2 урынына 1 цифрын ҡулланыу ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе кешеләргә аңлайышлыраҡ күренештә күрһәтергә мөмкинлек бирә. Бындай система совет ЭВМ-ы Сетуньда ҡулланылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]