Эстәлеккә күсергә

Гренланд диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
13:10, 24 август 2021 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 0 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.8)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Гренланд диңгеҙе
Майҙаны1 205 000[1] км²
Иң ҙур тәрәнлек5527[1] м
Уртаса тәрәнлек1444[1] м
Гренланд диңгеҙе һәм Норвег диңгеҙе
Гренланд диңгеҙе һәм Норвег диңгеҙе
 Гренланд диңгеҙе Викимилектә

Гренла́нд диңгеҙе — Гренландия, Исландия, Шпицберген һәм Ян-Майен утрауҙары араһында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океандың өлөшө.

Диңгеҙҙең дөйөм майҙаны — 1 205 000 км², уртаса тәрәнлеге — 1444 м, иң тәрән урыны 5527 м тәшкил итә[1].

Һыуҙың уртаса температураһы йәйен — 0 °C-тан +6 °C-ҡа, ҡышын — −2 °C-тан +1 °C-ҡа барып етә. Тоҙлолоғо — 32—34 (ғәҙәттә ҡышын юғарыраҡ, быға диңгеҙҙә сөсө боҙ барлыҡҡа килеүенә бәйле).

Гренланд диңгеҙенең үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре боҙ баҫыуҙарына бай, ә ҡышын ошо урындар тулыһынса боҙ менән ҡаплана, ғәмәлдә был суднолар йөрөүен мөмкин түгел итә.

Гренланд диңгеҙендә планктон һәм бентос күп, был үҙ сиратында төрлө диңгеҙ фаунаһын аҙыҡ менән тәьмин итә. Гренланд диңгеҙенең һөтимәрҙәре бер нисә төр менән күрһәтелгән (тәүге сиратта — гренландия киты, белуха һәм гренландия тюлене).

Ау балыҡтары араһынан треска, сельдь, диңгеҙ алабуғаһы, ҡара палтус, камбала бында тереклек итә.

Диңгеҙ төбө рельефы — Мон һәм Книпович һыу аҫты һырттары, Гренланд-Исланд һикәлтәһе менән сикләнгән ҙур котловина.

Ағымдары — һыуыҡ Көнсығыш Гренландия, йылы Шпицберген.

  • Гренландское море // Гоголь — Дебит. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 7).
  • Greenland Sea(недоступная ссылка) // Encyclopædia Britannica. Chicago: Encyclopædia Britannica, 2012.