Эстәлеккә күсергә

Cuneus Prophetarum (Петер Богдани трактаты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Cuneus Prophetarum (Петер Богдани трактаты)
Дөйөм мәғлүмәт
Автор:

Петер Богдани[d]

Атамаһы:

Cvnevs prophetarvm de Christo salvatore mvndi et eivs evangelica veritate, italice et epirotice contexta, et in duas partes diuisa a Petro Bogdano Macedone, Sacr. Congr. de Prop. Fide alvmno, Philosophiae & Sacrae Theologiae Doctore, olim Episcopo Scodrensi & Administratore Antibarensi, nunc vero Archiepiscopo Scvporvm ac totivs regni Serviae Admi

Нәшер ителеү йылы:

1685

Cuneus Prophetarum (алб. Çeta e profetëve, рус. «Жития святых»[1]) — албан философы Петер Богдани яҙған фәлсәфәүи, дини һәм ғилми трактат[2] . 1685 йылда Падуела албан һәм латин телдәрендә баҫыла. Иртә албан әҙәбиәтенең иң күренекле әҫәре тип иҫәпләнә[3].

Петер Богдани Cuneus Prophetarumды яҙыуын 1675 йылда тамамлай, әммә Халыҡтарҙы евангелизациялау конгрегацияһы уны, латин теленән тәржемә итмәй тороп, баҫтырыуға рөхсәт бирмәй. Ун йылдан һуң китап Падуела кардинал Барбариго Грегорио ярҙамында нәшер ителә[4].

Трактаттың тулы атамаһы — «Cuneus prophetarum de Christo salvatore mundi et eius evangelica veritate, italice et epirotice contexta, et in duas partes diuisa a Petro Bogdano Macedone, Sacr. Congr. de Prop. Fide alumno, Philosophiae & Sacrae Theologiae Doctore, olim Episcopo Scodrensi & Administratore Antibarensi, nunc vero Archiepiscopo Scuporum ac totius regni Serviae Administratore».

Трактат 1691 йыл 1702 йылдарҙа Альбицци ғаиләһе ярҙамында итальян һәм албан телдәрендә ҡайтанан баҫтырыла. Итальян телендәге атамаһы — «L' infallibile verità della cattolica fede».

Cuneus Prophetarum ике томдан тора, уларҙың һәр береһендә дүрт бүлек бар. Текст ике колонкала йыйыла: береһе — албан телендә, икенсеһе — латин телендә. Ҡабат баҫтырғанда латин телен итальян теле алмаштыра. Беренсе томдың инеш өлөшө албан, итальян, латин һәм серб телендәге арнауҙарға һәм маҡтауҙарға бағышлана. Щулай уҡ унда һигеҙ юллы ике шиғыр албан телендә бирелә. Иң беренсе, Петер Богданиҙың ике туған ағаһы Лука Богдани яҙған шиғыр трактат авторына бағышлана. Икенсе шиғыр — фәлсәфәүи, уны Шкодер монахы Лука Сумма яҙа. Беренсе томдың төп темалары Иҫке Ғәһедтән алына. Дүрт бүлеге түбәндәгесә атала:

  1. Аллаһ кешене нисек барлыҡҡа килтергән.
  2. Мессияның килеүе тураһында бәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың метафоралары.
  3. Бәйғәмбәрҙәр тормошо һәм уларҙың күрәҙәлектәре.
  4. Ун сивилла тормошо.

Икенсе том — «De vita Jesu Christi salvatoris mundi» тип атала, уның төп дини темалары Яңы Ғәһедтән алынған. Дүрт бүлеге түбәндәге атама йөрөтә:

  1. Ғайса бәйғәмбәр тормошо.
  2. Ғайса бәйғәмбәр мөғжизәләре.
  3. Ғайса бәйғәмбәр ғазаптары һәм үлеме.
  4. Ғайса бәйғәмбәрҙең терелеүе һәм икенсе тапҡыр килеүе.

Икенсе томдың дүртенсе бүлегенә Даниила китабының албан, ғәрәп, әрмән, грек, иврит, итальян, латин һәм сүриә телдәренә тәржемәһе индерелгән. Шулай уҡ был томда Антихристың тормошона арналған бүлек, албан һәм итальян телдәрендә индекс, Богдани ғаиләһенең шәжәрәһенә арналған «Antichita della Casa Bogdana» тип аталған өс битлек ҡушымта бар.

Cuneus Prophetarum иртә албан әҙәбиәтенең иң бөйөк ә:әре тип һанала Унда философия, теология һәм фән, шулай уҡ астрономия, физика, география һәм тарих мәсьәләләре ҡарала. Шиғри һәм проза әҫәрҙәре әҙәбиәт теорияһына ҡағыла. Cuneus Prophetarum барокко әҙәбиәтенең гуманистик эштәре рәтенә индерелә. Богдани ҡулланған тел — албан теленең архаик формаһы, ул тәүге әҙәби телдең иртә формаларының береһе тип ҡарала.

855 йылда Антон Сантори Неаполдә Kryshten i shyityruory хеҙмәтен баҫтыра, уға Prophetarum Cuneusтан өҙөктәр индерелгән. Сантори ошо юл менән албан дини әҙәбиәтенең күсәгилешлеген күрһәтергә теләй.

  1. Бихику, Кочо. История албанской литературы. — Тирана: 8 Нентори, 1983.
  2. Elsie 2003, p. 248
  3. Elsie 2005, p. 30
  4. Elsie 2005, pp. 54–55
Әҙәбиәт
  • Elsie Robert. Albanian Literature - an overview of its history and development // Albanien: Geographie - Historische Anthropologie - Geschichte - Kultur - Postkommunistische Transformation / Peter Jordan. — Vienna: Lang, 2003. — P. 243–276.
  • Elsie Robert. Albanian literature: a short history. — 2005. — I.B.Tauris, 2005. — ISBN 978-1-84511-031-4.