Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Рәшиҙә Ғизәтуллина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиззәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы. Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. 1972 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбендә һигеҙ класс тамамлай. 1972-1976 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында, 1977 - 1981йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының "башланғыс кластар уҡытыусыһы" бүлегендә уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеге Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф системаһында үтә. Башҡортостан Республиканың мәғариф отличнигы (1994 йыл).Был ирекмән Викимилектә эшләй.
Был ҡатнашыусы Башҡортостандан


Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 9 йыл, 1 ай, 1 көн.
This user is female

Был ҡатнашыусы — ҡатын-ҡыҙ.

лого Башҡорт википедиясыларының
4-се форумында ҡатнашыусы. 19.02.2022


  1. Ғизәтуллина Дөйөм статистика
  2. Ғизәтуллина Мәҡәләләр

Википедия буйынса статистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәмғиәт тормошонда, ғаиләлә кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғайға көйләү, үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу бөгөнгө көн ҡаҙағында торған тәрбиәүи бурыс ул. Тәүҙә туған-ара мөнәсәбәттәрҙең төрҙәрен барлап ҡарайыҡ. Ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәре, йәғни аталы-уллы, аталы-ҡыҙлы, әсәле-ҡыҙлы, әсәле-уллы булыу осраҡтары, әлбиттә, туғанлыҡтың иң яҡын төрҙәренән һанала. Икенсе урында торған туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең апалы-һеңлеле, ағалы-ҡустылы, ағалы-һеңлеле, апалы-ҡустылы кеүек варианттарға ҡарата халыҡ телендә бик мәғәнәле имсәктәш, ҡарындаш/ҡәрендәш тигән һүҙҙәр ҡулланыла. Ысынлап та, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙең туғанлыҡ төрҙәре тормош тирмәнендә тартылып, иләгендә иләнеп нығына, үҙ-ара өҙөлмәҫ сылбырҙарға бәйләнә. Ағас тамырҙары ергә берегеп үҫешкән кеүек, шәжәрә тамырҙары ла тарала, быуаттар буйына ҡеүәтле туғанлыҡ нигеҙендә ҡәрҙәш, нәҫелдәш бәйләнештәре барлыҡҡа килә. Төрлө ырыуҙар үҙ-ара ҡатнашып, егет-ҡыҙ, кейәү-кәләш, ир-ҡатын, ҡайны-ҡәйнә — килен, кейәү, ҡоҙа-ҡоҙағый, еҙнә-ҡәйнеш, балдыҙ, еңгә-бикәс, ҡәйнеш кеүек төрҙәре лә барлыҡҡа килә уның. Ошоларға өҫтәп, үгәй ата-әсә һәм бала араһындағы бәйләнеште лә иҫкә алырға тура килер, сөнки был бөтә замандарҙа ла булған күренеш. Төркөмләүҙең был төрө туған-ара мөнәсәбәттәрҙең яҡынлығына ҡарап төҙөлһә, зат- ырыу- ғаилә эсендәгеләрҙе йәше буйынса ла айырырға мөмкин. Оло быуын: олатай (ҡартатай), оләсәй (ҡартәсәй, ҡарсәй, ҡартинәй, нәнәй), бабай, инәй, ҡарт, ҡарсыҡ, ҡортҡа. Урта быуын: ата-әсә, апай-ағай, еҙнәй-еңгәй һ.б. Кесе быуын: малай, ҡыҙ бала, үҫмер бала, кинйә бала, бәпәй, тәнәй һ.б. Башҡорт халыҡ ижадында кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе атаусы терминдарҙың күплегенә иғтибар итмәү мөмкин түгел. Шуларҙың бер төркөмө «Урал батыр» ҡобайырының тәүге юлдарында уҡ һүрәтләнә:

Дүрт яғын дингеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ
Ҡайҙа барһа, уларға
Ул урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,

Ата-әсә, ер-һыуы Ҡайҙа тороп ҡалыуын Үҙҙәре лә онотҡан, ти; Икәүҙән-икәү шул ерҙә Башлап ғүмер иткән, ти. Тора-бара ул икәү Ике уллы булып киткән, ти: Шүлгән булған олоһо, Урал булған кесеһе; Бүтән кеше күрмәйсе, Тик йәшәгән дүртеһе. Туғанлыҡтың төрҙәрен атаусы терминдарҙың һүҙьяһалышын, уларҙың лексик мәғәнәләрен өйрәнеү ҙә ҡыҙыҡлы ғына күренеш. «Урал батыр» ҡобайырында осраған иң тәүге ҡарт һәм ҡарсыҡ терминдарының лексик мәғәнәһен санскрит һүҙлегенән юллайыҡ: kratu — сила, мощь, способность, разум, желание, стремление (сохранилось в словах кратный, многократный, сократить). Беҙҙең телдә «ҡарыуы ҡайтҡан», «ҡарыу китеү», «кәре китеү» кеүек төшөнсәләр мәғәнәһе яғынан был һүҙгә яҡын килә. kart — 1) отсекать, отделять; 2) резать, разрезать; kartana — 1) отсечение, отделение; 2) резание, разрезание; (башҡорт телендә «ҡырт киҫеү», «ҡырҡыу» мәғәнәһенә тап килә); 3) уничтожение, разрушение. karttar — разрушитель (башҡортса «ҡырыу», «ҡыйратыу» һүҙҙәренең тамырында һаҡланған). Ысынлап та, ҡартлыҡ ҡарыуың ҡайтыу, кәрең китеү, көсөң бөтөү, тәнең ҡыйралыу, был тормоштан яйлап алыҫлашыу, әхирәткә күсеү, ғүмер ебең өҙөлөү кеүек төшөнсәләр менән бәйле бит! Был һүҙҙәге -лыҡ ялғауына санскритта lоka(Кемдеңдер, нимәнеңдер күпләп тупланыу урыны, күс, халыҡ, ил) һүҙе тап килгәнен иҫәпкә алһаҡ, ҡартлыҡ һүҙенең мәғәнәһе — кәрһеҙ, көсһөҙ, ҡарыуһыҙ ҡалған мәл, ил килеп сыға. Ҡарсыҡ — тимәк, «ҡарт саҡ», йәиһә «ҡарыуың сыҡҡан». Туғанлыҡ терминдарының күбеһенә хас булған бер үҙенсәлеккә иғтибар итәйек: бабай — инәй (әбей) олатай — өләсәй атай (әтей) — әсәй (әней, әңкәй, инәй) ағай — еңгәй апай — еҙнәй малай, бәбәй (бәпәй), тәнәй Күреүебеҙсә, һүҙҙәрҙең барыһына ла ай/әй/эй ялғауҙары уртаҡ. Был ялғауҙарға әйтелеше һәм мәғәнәһе яғынан яҡын һүҙҙәрҙе санскрит һүҙлегенән табып була: a’ya’ — 1) подходить, идти к (кемгәлер яҡын килеү, етеү); 2) достигать, приобретать что-л. (нимәгәлер өлгәшеү, эйә булыу). Ысынлап та, туғанлыҡ терминдарын ғаиләлә, көнкүрештә үҙ-ара яҡынлыҡты, бер-беребеҙгә ниндәйҙер кимәлдә эйә булыу мөнәсәбәттәрен атар өсөн ҡулланабыҙ бит! a’yu -I. 1) привлекать к себе 2) хватать (эләктереү). Башҡорт телендә лә кемделер саҡырғанда, йә иғтибарҙы үҙеңә йүнәлттереү кәрәккәндә әй! эй! тип өндәшеү һәм үҙеңә өндәшеүсегә әү! тип яуап биреү тәбиғи күренеш. Тимәк, был һүҙҙәрҙәге ай/әй/эй ялғауҙары ҡасандыр өндәш һүҙ функцияһын үтәүсе үҙаллы компоненттар булған! II. 1) подвижный, оживленный, живой; 2) живое существо, человек; 3) жизнь [4,97]. Был осраҡта һүҙҙәрҙең тәүге өлөшө лә ниндәйҙер үҙаллы бер лексик мәғәнәгә эйә булырға тейеш, сөнки хәрәкәтсән, тере булыусы йән эйәһе — кешене үҙе тыуғандан алып үлеменә ҡәҙәр йәшәүе осоронда, йәшәйеше дауамында, ғүмере эсендә эргәһендәгеләре тарафынан төрлөсә атау хәжәте лә тәбиғи хәл бит. Ул сағында был һүҙҙәрҙең тәүге өлөшөнә, йәғни тамырҙарына ниндәй мәғәнәүи йөкләмә һалынған? Боронғо санскрит теленән уларҙың әйтелешенә яҡын килгән һүҙҙәрҙе эҙләгәндә, сер бераҙ асылмаҫмы? tata — ата, атай; (tata maha — олатай; mata maha — өләсәй); as — бар булыу, барлыҡҡа килеү; кемдекелер булыу, нимәгәлер сәбәпсе булыу; тимәк, әсә һүҙенең тамыры; аbhi — приближаться, подходить; достигать; (тимәк, әбей булыу — олоғайыу, ҡартлыҡҡа яҡынлашыу, теге донъяға етешеү осоро); agra — алдағы, тәүге; agra-ja — беренсе булып тыуған; ағай кеше; angana — ҡатын-ҡыҙ, ана, инә; abala — ҡатын-ҡыҙ, апай кеше; anuja — һуңыраҡ тыуған, йәшерәк; эне кеше (энекәш); һеңле кеше (һеңлекәш); kanya-datar — ҡыҙын кейәүгә биреүсе ир кеше; тимәк, ҡайны ата; kaniyas — 1) кинйә малай, кесе ул; 2) ир туған; ҡәйнеш һүҙенә тап килә; kanta — ҡатын; tanu — тело (1.есем; 2.кәүҙә, тән), лицо (бит, йөҙ; сырай, ҡиәфәт), особа (бер кеше); tanu-ja — сын (ул кеше, малай), tәnu-ja — дочь (ҡыҙ бала); tanaya, tana — потомство, дитя (тоҡом, нәҫел, бала). Тәнәйҙәр — бәпәйҙәр һүҙенең синонимы. Шулай итеп, туған телебеҙҙәге туғанлыҡ терминдарының бик үҙенсәлекле йөкмәткеле булыуын асыҡланыҡ. Беренсенән, туғанлыҡты, ҡан-ҡәрҙәшлекте атаусы күп кенә һүҙҙәр — ҡасандыр беҙҙең Көньяҡ Уралда йәшәп китеүсе санскрит телле арий ата-бабаларҙан ҡалған бик боронғо рухи мираҫ! Икенсенән, был һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһенә һәм йөкмәткеһенә беҙҙең барлыҡҡа килеүебеҙ, тыуыуыбыҙ, йәшәүебеҙ осоронда үҙебеҙҙе уратып алыр, йән-ҡан яҡынлығы менән бәйле кешеләргә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт код итеп һалынған, сөнки халҡыбыҙ туғанлыҡ ептәрен һаҡлауға үтә лә талапсан булған! Уларҙың бөтәһенең дә мәғәнәһен, һүҙьяһалышын өйрәнеүҙә эҙләнеү эше әле башланып ҡына тора. Ә уларҙы көндәлек тормошта, көнкүрештә урынлы һәм әүҙем ҡулланыу — телде, йолаларҙы һаҡлау менән бер рәттән, туған-ара берҙәмлек, татыулыҡ, ойошҡанлыҡ тәрбиәләү сараһы. Бер бөтөнлөк, теүәллек, именлек сифаттарын үҙләштергән ырыуҙар, ғаиләләр генә, үҙ сиратында, халыҡ һанын арттырыу, милләтте үҫтереү көсөнә эйә.