Эстәлеккә күсергә

«Почёт Билдәһе» ордены

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Почёт Билдәһе» ордены,
Почёт ордены
Ил

{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР

Награда төрө

орден

Статус

тапшырылмай

Статистика
Параметрҙара

көмөш, бейеклеге — 46 мм, киңлеге — 32,5 мм

Раҫланған ваҡыты

25 ноябрь 1935 йыл

Беренсе бүләкләү

26 ноябрь 1935 йыл

Һуңғы бүләкләү

«Почёт Билдәһе» ордены — 23 декабрь 1988 йыл

Почёт ордены — 1991 йыл

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

1 580 850

Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда

III дәрәжә «Ҡораллы Көстәрҙә Тыуған илгә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены

Кесерәк награда

Батырлыҡ ордены

[[commons:Category: Order of the Badge of Honor Викимилектә|«Почёт Билдәһе» ордены,
Почёт ордены]]
Викимилектә

«Почёт Билдәһе» ордены — Советтар Союзының дәүләт наградаһы. СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары нигеҙендә 1935 йылдың 25 ноябрендә булдырылған. СССР Юғары Советы Президиумынының 1988 йылдың 28 декабрендәге Указы менән уның атамаһы «Почёт ордены» итеп үҙгәртелә, награданың яңы статусы һәм яңыртылған һүрәтләмәһе раҫлана. 1991 йылғаса «Почёт Билдәһе» һәм Почёт ордены менән 1 миллион 581 меңгә яҡын бүләкләү булған.

1. «Почёт Билдәһе» ордены етештереүҙәге, ғилми-тикшеренеү, дәүләт, смоциаль-мәҙәни, спорт һәм башҡа йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлектәге юғары ҡаҙаныштар, шулай уҡ гражданлыҡ ҡаһарманлығы өсөн бүләкләү өсөн булдырылған.

2. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнәләр:

  • СССР граждандары;
  • Предприятиелар, берләшмәләр, ойошмалар, райондар, ҡалалар һәм халыҡ йәшәгән башҡа тораҡ пункттары.

«Почёт Билдәһе» ордены менән шулай уҡ СССР граждандары булмаған шәхестәр, сит дәүләттәрҙең предприятие, учреждение, ойошма һәм халыҡ йәшәгән тораҡ пункттары ла бүләкләнә ала.

3. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләү нигеҙҙәре:

  • етештереү, промышленность, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт, элемтә, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, торлоҡ-коммуналь хужалығы, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарындағы юғары күрһәткестәр өсөн;
  • юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән, продукцияның сифатын яҡшыртҡан, уны етештереүҙә материаль һәм хеҙмәт тотоноуҙарҙы кәметкән, йәмәғәт проиводствоһының эффектлығын күтәреүҙәге уңыштар өсөн;
  • план заданиеларын үтәү һәм арттырып үтәү буйынса социалистик ярыштағы юғары к-рһәткестәр өсөн;
  • производствоға яңы техника һәм технология, алдынғы тәжрибә индергән һәм үтә ҡиммәтле уйлап табыуҙар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре өсөн;
  • ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендәге уңыштар өсөн;
  • совет мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм сәнғәте өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштар, йәш быуынды уҡытыуҙағы һәм коммунистик тәрбиә биреүҙәге, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙәге, физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге һәм йәмғиәткә файҙалы башҡа эшмәкәрлектәге уңыштар өсөн;
  • илдең оборона һәләтлелеген нығытыуҙағы ҡаҙаныштар өсөн;
  • юғары нәтижәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн;
  • СССР менән башҡа дәүләттәр араһындағы иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм башҡа бәйләнештәрҙе үҫтереүҙәге ҡаҙанышта өсөн;
  • кеше ғүмерен ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, тәбиғи ғәрәсәттәр менән көрәшкәндәге ҡыйыу һәм тапҡыр эш иткән һәм башҡа гражданлыҡ ҡаһарманлыҡтар өсөн.

4. «Почёт Билдәһе» ордены күкрәктең һул яғына тағыла һәм СССР-ҙың башҡа ордендары булған хәлдә Халыҡтар дуҫлығы орденынан һуң урынлаштырыла.

Ордендың һүрәтләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Почёт Билдәһе» ордены ике яҡ ҡырыйынан имән ботактары менән уратып алынған овал формала. Үҙәктә үҙҙәренән уң һәм һул яҡта бер тигеҙ арауыҡта урынлашҡан «Пролетарии всех стран, соединяйтесь!» тигән урыҫ телендәге яҙыулы байраҡтар күтәргән эшсе ир һәм эшсе ҡатын фигуралары ҡуйылған.

Ордендың өҫкө өлөшөндә биш мөйөшлө йондоҙ, уның аҫтында байраҡтар фонында «СССР» тигән рельефлы яҙыу. Ордендың аҫҡы өлөшөндә — «Знак Почёта» тигән урыҫ телендәге рельефлы яҙыу.

«Почёт Билдәһе» ордены көмөш металдан эшләнә, уның бейеклеге 46 мм, киңлеге 32,5 мм.

«Почёт Билдәһе» ордены 1988 йылда «Почёт орденына» әйләнгәндән һуң уның тышҡы күренешенә ҙур булмаған үҙгәрештәр индерелә: ордендың аҫҡы өлөшөндәге «Знак Почёта» тигән яҙыу ике яҡлап лавр ботҡтары уратҡан ураҡ менән сүкештең рельефлы һүрәте менән алмаштырылған, ул орденға ике штиф ярҙамында беркетелә.

«Почёт Билдәһе» орденынан "Почёт ордены"на күскәндә билдәләрҙең һан тәртибе үҙгәрмәй.

  • 1-се номерлы «Почёт Билдәһе ордены» хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм мамыҡ уңышын күтәреүҙәге уңыштары өсөн ул ваҡыттағы Үзбәк ССР-ы Ташкент өлкәһенең «Батыр» колхозы рәйесе Артыҡбай Тилләбаевҡа бирелә.
  • «Почёт Билдәһе ордены» менән бүләкләнгән беренсе хеҙмәт коллективы — С. М. Киров исемендәге Макеевка металлургия комбинатының 2-се мартен цехы. Ул был наградаға пландарҙы арттырып үтәгәне, ярышты яҡшы ойошторғаны һәм мөһим дәүләт заданиеларын ваҡытынан алда башҡарып сыҡҡаны өсөн лайыҡ була.
  • Ордендың һуңғы кавалеры — «Цемент» Рәсәй дәүләт концернының Белгород цемент заводы директоры Анатолий Яковлевич Литвин. Был награда уға СССР Президентының 1991 йылдың 21 декабрендәге указы менән бирелә.