А. А. Дуров музейы
А. А. Дуров музейы | ||
---|---|---|
Асылған ваҡыты | 1987 | |
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе, Таганрог, Антон Глушко тыҡырығы, 44 | |
Директор | Липовенко Елизавета Васильевна | |
А. А. Дуров музейы Викимилектә |
А. А. Дуров музейы — цирк артистары династияһы Дуровтарҙың иң данлыҡлы вәкиле, билдле дерссировщик Анатолий Анатольевич Дуровҡа арналған цирк сәнғәте музейы. Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында урынлашҡан. Таганрог дәүләт әҙәбиәт һәм тарих-архитектура музей-ҡурсаулығы составына инә.
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Анатольевич Дуров 1926 йылда, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле дрессировщик булараҡ, ғаиләһе (ҡатыны, әсәһе, ике һеңлеһенең ғаиләһе) һәм хайуандары менән Таганрогҡа күсеп килә. Ҡалала ул ике: Шевченко урамындағы 107-се һәм 111-се йорттарҙы һатып ала. 1928 йылда артист Ижевскта фажиғәле һәләк була. Ғаиләһе Таганрогта тағы ла 12 йыл йәшәй[1].
1987 йылда йортта Анатолий Анатольевич Дуровҡа арналған экспозиция асыла. Музей урынлашҡан йорт модерн стилендә 1900 йылда төҙөлгән. Унда шулай уҡ традицион урыҫ стилен дә күрергә мөмкин. 1915 йылға тиклем йорт рухани Г. Ф. Поцелуевтыҡы була, һуңынан коллегия ассесоры (ултырышсыһы) А. И. Царенконың ҡатыны милкенә күсә, революция алдынан йотҡа О. Л. Мирошниченко — А. П. Чеховтың йәш сағындағы әхирәте Саша Селиванованың бер туған апаһы хужа була, ә 1920 йылда йорт дәүләткә күсерелә. Фасады ике өлөшкә бүленә һәм ябай ғына итеп биҙәлгән. Ингән ерҙән һул яҡтағы ҙур тәҙрәгә өҫ яҡтан арка формаһындағы кәрниз ҡуйылған. Ҡабырға яҡ тәҙрәләрҙә — үҙенсәлекле бағаналар эшләнгән. Кәрниз өҫтөндә бәләкәй тәҙрәле фронтон, ә уның артында, трапеция формаһындағы һырт, металл ҡыйыҡ мпенән ябылған. Бинаның икенсе өлөшө бәләкәйерәк, юлдан бер ни тиклем ихата эсенәрәк инеп тора, бер генә тәҙрәле. Йорт аҡ һәм ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән. Модерн һыҙаттарына эйә булһа ла, дәүмәле һәм мискә формаһындағы колонналар арҡаһында традицион урыҫ стилендә эшләнгән теремды хәтерләтә. 1988 йылда йорт реставрациялана[2].
Музей экспозицияһы хайуандарҙы дрессировкалау, сит илдәргә күп һанлы гастролдәр, данлыҡлы дрессировщиктың донъя кимәлендә танылыуы, уның уҡыусылары һәм юлан дауам итеүселәр тураһында һөйләй. «Арена» үҙәк залының уртаһында стилләштерелгән цирк аренаһы эшләнгән, унда Анатолий Дуровтың артистарының ҡарасҡылары ҡуйылған: уҡыусы торна, скрипкала уйнаусы маймыл, йырсы сиған романстарын йырлаусы тутыйғош һәм башҡалар. Был майҙансыҡ килеүселәр айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Бер залда ХХ быуат башында гастролдәрҙә йөрөүсе артистың пассажир вагонындағы интерьеры һүрәтләнә, унда Анатолий Анатольевичтың шәхси әйберҙәре урын алған. «Кино» залында ХХ быуаттың 20-се йылдарында «Кабаре» аттракционында эшләнгән уникаль кино калрҙары күрһәтелә. Музейҙа экзотик хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың (40-тан артыҡ) ҡарасҡыһы, Дуровтың сығыштарының цирк афишалары нөсхәләре: «Кенгуру-боксер», «Эт туйы», «Джаз-банд», «Төлкө менән әтәс», «Жокей эттәр» һәм башҡалар, хаттар, тәнҡитселәрҙең фекерҙәре, фотграфиялар, кинояҙмалар фрагменттары коллекцияһы һаҡлана[3]. Быяла витриналарға Дуровтың ғаилыһенә бәйле документаль материалдар ҡуйылған. Нигеҙҙә, улар төрлө боронғо фоторәсемдәр[4].
-
Вагон-купе фрагменты
-
Арена
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Музей А.А. Дурова . Министерство культуры Ростовской области. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.
- ↑ Архитектура стиля модерн . Rostov-Region. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.). Rostov-Region. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Музей А.А. Дурова . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.). Официальный портал Правительства Ростовской области. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Музей А.А. Дурова. Таганрог . Мир путешествий. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.). Мир путешествий. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.