А. П. Чехов исемендәге әҙәби музей
А. П. Чехов исемендәге әҙәби музей | |
---|---|
Таганрогтағы ирҙәр гимназияһы бинаһы (хәҙер А. П. Чехов исемендәге әҙәби музей) | |
Асылған ваҡыты | 1935 |
Урынлашыуы | Рәсәй, Таганрог ҡалаһы |
А. П. Чехов исемендәге әҙәби музей — Ростов өлкәһендәге музей, Антон Павлович Чехов уҡыған элекке ирҙәр классик гимназияһы бинаһында урынлашҡан. Таганрог дәүләт әҙәбиәт һәм тарих-архитектура музей-заповеднигы составына инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирҙәр гимназияһы бинаһы 1843 йылда асыла. Проекттың авторы архитектор Боффо Франц Карлович була. Бинаның төп стиле — урыҫ провинциаль классицизм йүнәлеше. Билдәле урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чехов 1868 йылдан 1879 йылға тиклем был гимназияның уҡыусыһы була[1]. Тап унда яҙыусы «Уныһы, быныһы», «Репетитор», «Әҙәбиәт уҡытыусыһы», «Классик менән булған хәл», «Ариадна», «Футлярҙағы кеше» хикәйәләрен яҙыу өсөн уй-фекерҙәр туплай. Һуңынан гимназия бинаһында, 1954 йылда Чехов исеме алған 2-се һанлы дөйөм урта белем биреү мәктәбе урынлаша. Мәктәп 1975 йылға тиклем эшләй, ә 1980 йылда музей комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Төҙөү бер нисә этапта үтә: 1935 йылда музейҙы асыу, 1980—1985 йылдарҙа «Яҙыусы һәм Тыуған ил» әҙәби-мемориаль экспозицияны асыу.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей экспозицияһы Антон Павлович Чеховтың тормошон һәм ижадын, шулай уҡ Таганрогтың уның әҫәрҙәренә йоғонтоһон сағылдыра. 2010 йылдың 29 ғинуарында, тыуыуының 150-йыллығына «А. П. Чехов: тыуған ҡалаһына һәм донъяға» исемле яңы экспозиция асыла. Экспозицияның 1600-ҙән артыҡ экспонаты бар. Музейҙа «Санкт-Петербургтың балауыҙ һындары», «Ёлка уйынсыҡтары иле», «Таганрог-Ялта. Чехов даһилығы берләштерә» исемле күргәҙмәләр, «Чехов ҡалаһы рәссамдар күҙлегенән» виртуаль күргәҙмә булып үтте. Шулай уҡ музейҙың эшмәкәрлеге йыш ҡына урындағы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылып бара.
-
Чеховтың әҙәбиәт музейында
-
Чеховтың әҙәбиәт музейында
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Чехов йорто»
- «Чеховтар кибете» музейы
- И. Д. Василенко музейы
- Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Дворец Алфераки)
- А. А. Дуров музейы
- Ҡала төҙөү һәм көнкүреш музейы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Точка 4 . www.tgliamz.ru. Дата обращения: 24 ғинуар 2017. 2018 йыл 19 май архивланған.