Эстәлеккә күсергә

Чехов йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Чехов йорто
Ҡала Таганрог, Чехов урамы, 69
Төп ваҡиғалар:
1859 — Чеховтар ғаиләһе төпләнә
1860Антон Чехов донъяға килә
1910 — йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла
Билдәле йәшәүселәр Антон Чехов
Александр Чехов
Николай Чехов

Чехов йорто — Таганрогта ҙур булмаған төкәтмәлә (Чехов урамы, 69) урынлашҡан дәүләт мемориаль музейы, унда А. П. Чехов тыуған.

Революцияға тиклемге асылмала А. П. Чехов йорто

Төкәтмә 1850 йылда[1] балсыҡ кирбестән төҙөлгән, һыланған һәм ағартылған. Йорттоң майҙаны составляет 30,5 м². Таганрог сауҙагәре А. Д. Гнутовтың элекке йорт биләмәһе территорияһында урынлашҡан. Ул заманда бында 3 төкәтмә, көймә һаҡлау һарайы һәм хужалыҡ ҡаралдылары булған. 3 гильдия сауҙагәре П. Е. Чехов был төкәтмәлә ғаиләһе менән 1859 йыл аҙағынан 1861 йылдың мартына тиклем йәшәгән. Күрәһең, Павел Егорович Чеховты был төкәтмә арзан ҡуртым хаҡы менән, йәнә Петр майҙанына яҡынлығы менән ылыҡтырғандыр. Был майҙанда ул бакалея кибете тотҡан. Ошонда 1860 йылдың 29 ғинуарында Чеховтарҙың өсөнсө улы, буласаҡ бөйөк яҙыусы, Антон тыуған.

Музейҙы асыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чеховтың тыуыуына илле йыл тулыу уңайынан, 1910 йылда, билдәле яҙыусы В. М. Гаршиндың ҡустыһы Е. М. Гаршин инициативаһы буйынса йорттоң стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[2]. Гаршин был йортта даими музей асыу тәҡдимен дә күтәрә.

1910 йылдың ғинуарында Чехов түңәрәге ултырышында йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡ белгесе М. М. Андреев-Туркин йорт хужаһы Коваленко ханымдың үтә ҡиммәт хаҡ һорауы арҡаһында ҡаланың йортто һатып алыуҙы кисектереп торорға хәл итеүе хаҡында белдерә[3]. Ҡаланың баһалауынса, был урындың хаҡы 4500-5000 һум самаһы булырға тейеш була, ә Коваленко 10000 һум һорай.

Чехов йортонда, 2010

Һатып алыу тураһындаға ҡарар 1916 йылда ҡабул ителә, тик тағы дүрт йыл буйы ҡала балансында ул буласаҡ музей тип иҫәпләнһә лә, йорт айырым кешеләргә торлаҡ сифатында ҡуртымға бирелә.

1926 йылда йорт эргәһендә ҡала Советы аҡсаһына алып ултыртылған сейә үҫентеләре сәскә ата. Шул ваҡытта уҡ Антон Павловичтың тормошоноң Таганрог дәүеренә ҡағылышлы тәүге музей экспозицияһы асыла.

  1. Кожевникова Е. А. Домик Чехова // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 326.
  2. Киричек М. С., Ревенко Л. В. Гаршин Евгений Михайлович // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 274.
  3. Собств. корр. В чеховском кружке 2016 йыл 4 март архивланған. // Таганрогский вестник. — 1910. — 31 янв.