Эстәлеккә күсергә

Ҡала төҙөү һәм көнкүреш музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала төҙөү һәм көнкүреш музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1981
Урынлашыуы Фрунзе урамы(Таганрог)
Директор Елена Викторовна Михайлова
Логотип Викисклада Ҡала төҙөү һәм көнкүреш музейы Викимилектә

Ҡала төҙөлөшө һәм көнкүреш музейы (Таганрог ҡалаһы, Фрунзе урамы, 80) — Рәсәйҙә берҙән-бер ҡала төҙөлөшө һәм көнкүреш музейы[1]. «Шаронов йортонда» урынлашҡан музей Россия Федерацияһы Президентының 176-се Указына ярашлы (20 февраль, 1995 йыл), Рәсәй Федерацияһы архитектура ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә.

Музей КПСС-тың һәм Таганрог ҡала Советы башҡарма комитетының 1981 йылдың 3 ноябрендәге ҡарары менән Таганрог ҡалаһының тарихи һәм мәҙәни мираҫтарын популярлаштырыу һәм өйрәнеү маҡсатында 1981 йылда асылған. Музей элекке Таганрог помещиғы Е. И. Шаронов йортонда урынлашҡан. Бина 1912 йылда модерн стилендә архитектура академигы Ф. О. Шехтель. 1917 йылға тиклем йорт хужаһы И Е Шаронов булған. 1920−1922 йылдарҙа йортта ебәк ҡаршлауыҡтарын үҫтереү станцияһы була, ә 1923 йылдан алып — балалар поликлиникаһы.

Ҡала немец оккупацияһы ваҡытында был йортта Э фон Клейстың 1-се танк армияһының штабы торған[2].

1944 йылдан һуң йортта төрлө ҡала ойошмалары, шул иҫәптән КПСС-тың Орджоникидзе район комитеты урынлашҡан.

1981 йылдан алып был бинала «Таганрог ҡала төҙөлөшө һәм көнкүреш» музейы ғәмәлдә. Музейҙың экспозицияһын Л. А. Цымбал етәкселегендә эшләгәндәр.[3].

Төп экспозициянан тыш, музей әүҙем рәүештә заман рәссамдарының, һынсыларының, коллекционерҙарының күргәҙмәләрен ойоштора, үҙ залдарын төрлө күсмә күргәҙмәләр үткәрергә бирә.

Бина "модерн"стиленең ынйыһы булып тора. Уны төҙөгәндә архитектура, һынлы сәнғәт һәм скульптураларҙың синтезы ҡулланылған. Бер ярым ҡатлы бина Мәскәүҙең Ярославль вокзалына оҡшатып, ундағы кеүек үк осло башлы, бер ритмда алмашынып килеүсе төрлө тәҙрәле итеп төҙөлгән. Композиция асимметрия нигеҙендә төҙөлгән: уның һулаҡай яғы дүрт мөйөшлө бейек манаралы. Манаралары һигеҙ яҡлы сатыр формаһында. Бина башында тәүҙә йорт хужаһының инициалы булған"Е * Ш." хәрефтәре түңәрәк эсенә ҡуйылған, һуңынан ул осона флаг ҡуйылған шпилб менән алмаштырылған. 1978 йылда флаг подшипниктарға ҡуйылған һәм шунлыҡтан хәҙер һәр саҡ ел өргәндә өйөрөлөп тора.

Күргәҙмәләр үткәреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей актив күргәҙмә эшсәнлеге алып бара. Унда урындағы рәссамдарҙың әҫәрҙәре һәм күсмә күргәҙмәләр күрһәтелә Музейҙа үҙ әҫәрҙәрен күрһәткән танылған рәссамдар — Юрий Шабельников[4], Александр Кисляков[5], Наталья Дурицкая[6].

Ҡала төҙөлөшө һәм көнкүреш музейы кинематографта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2006 йыл — «Кошляков, Шабельников, Тер-Оганьян, Сигутин», док. фильм. «Art via Video».
  • 2002 йыл — «Дневник убийцы», телесериал. Режиссёр Кирилл Серебренников, РТР.
  • 2003 йылдан алып хәҙерге ваҡытта — Е. В. Михайлова,[7][8].
  • ???? йыл- 2002 йылдар— Т. Ф. Пугач
  1. Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  2. Матишов Г. Г., Афанасенко В. И., Кринко Е. Ф. Миус-фронт в Великой Отечественной войне. — Ростов-на-Дону: ЮНЦ РАН, 2010. — С. 100.
  3. Андреенко С. А. Цымбал Лидия Афанасьевна // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 774.
  4. Собств.
  5. Боде М. Два приношения: горькое и сладкое // Художественный журнал. — 1996. — № 9.
  6. Шабельников Ю. Дурицкая // Новая таганрогская газета. — 2006. — 2 дек.
  7. Чехова Е. Музей она любит всей душой… // Таганрогская правда. — 2014. — 21 янв.
  8. Собств. корр. В Таганрогском музее градостроительства и быта выберут самое креатвиное новогоднее изделие // bloknot-taganrog.ru. — 2014. — 10 дек.