Эстәлеккә күсергә

И. Д. Василенко музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
И.Д. Василенко йорт - музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1988
Урынлашыуы Таганрог, Ростов өлкәһе, Рәсәй
Логотип Викисклада И.Д. Василенко йорт - музейы Викимилектә

И. Д. Василенко музейы — Ростов өлкәһендәге Таганрог ҡалаһында, унда 19231966 йылдарҙа Сталин премияһы лауреаты яҙыусы Иван Дмитриевич Василенко йәшәгән йортта урынлашҡан. Ул Таганрог дәүләт әҙәби һәм тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығына ҡарай. Түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Чехов ур., 88.

Таш «Артемка», 2012 г.

Иван Василенко үҙенең күп һанлы ғаилә ағзалары менән 19231966 йылдарҙа йәшәгән йорт 1906 йылда уҡ төҙөлгән булған һәм төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1][2]. Яҙыусы 1895 йылдың 20 ғинуарында волость писарының ғаиләһендә тыуған һәм ете йәшендә ата-әсәһе менән Макеевка аулынан (хәҙерге Донецк янындағы ҡала) Таганрогҡа күсеп килгән. Бында ул үҙенең барлыҡ тормошон яҙыусы булып әҫәрҙәр яҙып үткәргән. Ул 1996 йылдың 26 майында туберкулездан вафат булған[3]. Йәшәгән йортоноң стенаһына яҙыусы хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған[4].

1988 йылда яҙыусының элекке фатиры музей-ҡурсаулыҡҡа бирелгән. 2004 йылдың майында бында күргәҙмә асыла: яҙыусының эш һәм аш-һыу бүлмәләре күргәҙмәгә ҡуйыла. Бында Василенконың шәхси әйберҙәре, иң яҡшы әҫәрҙәре ҡуйыла[5],шулай уҡ Таганрог ҡалаһының XX быуат башындағы тарихын тасуирлаусы материалдар күрһәтелә. 2008 йылда «Артемка тураһындағы әҫәрҙәр циклы» күргәҙмәһе асыла[6].

  1. Дом-музей И.Д. Василенко - самая необходимая и подробная информация о достопримечательности: фото места, описание, контакты – адрес, телефон, официальный сайт. www.rutraveller.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.
  2. Памятники истории и культуры (объекты культурного наследия) народов Российской Федерации. old.kulturnoe-nasledie.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  3. Дом-музей И. Д. Василенко в Таганроге  (рус.), culture.ru. 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  4. Andrey. Дом-музей И.Д. Василенко. Таганрог. www.zhais.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.
  5. История. www.tgliamz.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.
  6. Дом-музей писателя И.Д. Василенко - Правительство Ростовской области. www.donland.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.(урыҫ.). www.donland.ru. 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.