Эстәлеккә күсергә

Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 1898
Урынлашыуы Рәсәй, Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһы
Директор Липовенко Елизавета Васильевна
Сайт museum.ru/m852
Логотип Викисклада Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы Викимилектә


Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Таганрог дәүләт әҙәбиәт һәм тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы филиалы.

Музейҙың адресы: 347900, Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Фрунзе урамы, 41.

Музей XIX быуат аҙағында Антон Павлович Чехов тәҡдиме менән булдырылған. 1902 йылда Император сәнғәт Академияһы Чехов һорауы буйынса музейға рус рәссамдарының 8 картинаһын, шул иҫәптән Ю. И. Федерстың, С. И. Васильковскийҙың, В. И. Штембергтың картиналарын, ебәргән. А. П. Чехов музейға үҙенең әйберҙәрен, шулай уҡ Лев Толстойҙың факсимилеле портретын ебәргән һәм музейға аҡсалата ярҙам күрһәткән.

1927 йылда музей Таганрог ҡалаһындағы Алфераки һарайына күсенгән.

19891996 йылдарҙа был йортта реставрация эштәре үткәрелгән. 1995—1996 йылдарҙа музейҙа әлеге мәлдә күрһәтелеүсе экспозиция төҙөлгән[1].

Музейҙың экспозицияһы 15 залды биләй. Экспонаттар коллекциялары бер нисә нисә бүлектән тора: «Император Александр I», «Н. Д. Алфераки ғаиләһе һәм уның яҡындары», «Петр I һәм көньяҡ-урыҫ сәйәсәте», «Археология», «Металл», «Ҡорал», «Керамика», «Быяла», «Туҡымалар», «һынлы сәнғәт», «Скульптура», «Нумизматика»[2].

Көнсығыш металл коллекцияһына Япония, Ҡытай һәм Һиндостан культ әйберҙәре, йортта ҡулланылған көндәлек тормош әйберҙәре инә. Коллекцияның төп нигеҙен генерал П. Т. Ренненкампфтың шәхси әйберҙәре тәшкил иткән. Ренненкампф Октябрь революцияһынан һуң большевиктар тарафынан Петропавловский ҡәлғәһенән азат ителгән һәм, ҡатыны Вера Николаевна Леонутованың тыуған ҡалаһы Таганрогҡа килеп, мещан Ф. Смоковников фамилияһы аҫтында йәшәгән.

31 марттан 1 апрелгә ҡараған төндә, генерал Таганрог хәрби-революцион трибунал ҡарары буйынса атып үлтерелгән. 1920 йылда уның ғаиләһе Таганрогты мәңгелеккә ташлап киткән һәм Париж ҡалаһында нигеҙләнгән. Генерал П. Т. Ренненкампфтың шәхси коллекциялары, ҡайһы бер версиялар буйынса, генерал үлгәндән һуң үткәрелгән конфискациянан һуң ,музейға ҡуйылған, башҡалары буйынса — уны ҡатыны Парижға күсеп китер алдынан үҙе музейға тапшырған.

Археология коллекцияһында яҡынса 78 580 экспонат бар. Экспозицияның бер өлөшө археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында Төньяҡ-Көнсығыш Приазовьела табылған таш быуат иҫтәлекле материалдарҙан тора. Археологик табылдыҡтарҙың ҡалған өлөшө таганрог музейына 1903 йылда Император Археология комиссияһы тарафынан бүләккә бирелгән.

Россияның көньяғы өсөн музейҙағы иң мөһим ҡаҙылдыҡ материалдары палеолит һәм неолит осорона ҡарағандары. Төньяҡ-Көнсығыш Приазовьеның, Маныч һәм Сал йылғалары араһындағы ҡурғандарҙа табылған материалдар беҙҙең эраға тиклем III—II мең йылдарҙа был территориялар күсеп йөрөүсе йәмғиәттәрҙең ултыраҡ тормош менән йәшәй башлауын иҫбатлай. Неклиновский, Матвеево-Ҡурған һәм Куйбышев райондарында табылған материалдар бында бронза быуатында ер эшкәртеү һәм мал көтөүҙең булғанлығын дәлилләйҙәр.

Музей фондында төрлө һөйәк, бронза һәм таштан эшләнгән ҡаҙылдыҡ экспонаттар бар. Улар Түбәнге Гнилово ҡаласығы, Танаис. Красный Кут хуторы, Кобяков боронғо ҡәберлек (I—II быуаттар), Волгодонский районы Семенкин хуторы һәм Семикаракорский ҡаласығында табылған материалдарҙан тора.

Куричиҙа табылған XI—XIII быуаттар материалдары Төньяҡ-Көнсығыш Приазовьеның боронғо Русь тарафынан колонизацияланыу тарихын раҫлай.[3].

Алтын Урҙа тарихын Семенкин хуторы янындағы, Неклиновский, Матвей Ҡурғаны һәм Цимлянский райондарындағы боронғо ҡәберлектәрҙә табылған материалдар сағылдыра.[4].

«Көнсығыш» коллекциялары араһындағы иң ҙур экспонат — алтын менән ялатылған бронза Будданың лотос формаһында эшләнелгән тәхеттә ултырған лотос кеүек һыны.

Музейҙың «Таганроглылар ХХ быуат һуғыштарында» экспозициялы залында төрлө ҡылыстар, винтовкалар, пулеметтар, миналар, хәрби кейемдәр, документтар урынлаштырылған.

Н. Д. Алфераки һарайы федераль әһәмиәткә эйә архитектура иҫтәлеге[5]. Ул 1848 йылда һалынған. Һарай Таганрог йорт хужаһы Н. Д. Алферакиға ҡарай. Проекттың авторы- Петербург сәнғәт академияһы профессоры- архитектор Андрей Иванович Штакеншнейдер. Үҙ заманында Алфераки һарайы ҡаланың мәҙәни үҙәге булған; Алфераки, таганрог юғары йәмғиәтен саҡырып, унда грандиоз ҙурлыҡтағы балдар үткәргән.

Николай Дмитриевич Алфераки йәшәгән һарай янында коридор системалы флигель төҙөлгән булған. Унда үҙҙәренең уҡытыусылары һәм гувернерҙары менән бергә өлкән Алферакиҙың улдары — Николай, Ахиллес, Сергей һәм Михаил йәшәгән.

70-се йылдарҙың аҙағында һарай барлыҡ кварталы менән бергә сауҙагәр Негропонте ҡулына күскән. Ул һарай комплексын өлөшләтә һатҡан. Һарайҙы һәм уның янындағы баҡсаны «Коммерция йыйылышы» тигән клуб өсөн сауҙагәрҙәр йәмғиәте һатып алған. Һарайҙа төрлө концерттар ойошторолған. Шуларҙың береһендә, Петербург консерваторияһы профессоры Л. С. Ауэр һәм композитор Танеевтың концертында А. П. Чехов та булған. Таганрогҡа килгән сағында был һарайға П. И. Чайковский ҙә килгән. Һарайҙағы тормош, клубтағы атмосфера, баҡсала ял итеүҙәр Чеховтың «Ионыч», «Маска», «Моя жизнь» тигән хикәйәләрендә сағылыш тапҡан