Эстәлеккә күсергә

Балғараҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балғараҡтар

Acherontia lachesis
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Sphingidae Latreille, 1802


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  117293
NCBI  7128

Балғараҡтар, бражниктар, эңер һылыуҡастары (лат. Sphingidae, рус.  Бражники ) — Тәңкә ҡанатлылар ғаиләһендәге төнгө күбәләктәр; һәр ерҙә оса торған, күпселектә матур төҫлө, йыуан кәүҙәле зарарһыҙ эре күбәләктәр[1].

Киң күкрәкле, йыуан ҡорһаҡлы, алғы ҡанаттары оҙонса һәм тар, арт ҡанаттары ҡыҫҡа, орсоҡ һымаҡ кәүҙәһе менән айырылып тора. Бер урында ҡанаттарын тиҙ елпеп тороп, сәскәгә ҡунмайынса ғына нектар һурырға яйлашҡандар. Тәңкә ҡанатлылар араһында иң тиҙ осоусыларҙан һанала, тиҙлекте 60 км/сәғәткә ҡәҙәр еткерә алалар. Кис һәм төндә әүҙемдәр, ҡайһы бер төрҙәре көндөҙ лә актив. Күбәләк ҡортоноң артҡы өлөшөндә ҡаты мөгөҙө бар. Бигерәк тә ҡарағай балғараҡтар күп. Был — ҡанаттарының ян-яҡтарында нескә аҡ ҡайма һәм аҡһыл һоро һүрәт төшкән, һоро төҫтәге ҙур күбәләк. Июнь-июль айҙарында оса. Ҡорттары ҡарағай ағасында үҫә. Зелпе төклөтурасы — көндөҙ осоусы балғараҡтарның бер төрө. Уртаса ҙурлыҡта. Әле яңы ғына күбәләккә әверелгәненең ҡанаттарында ҡара тәңкәләр була, ләкин беренсе осоштан һуң улар коела һәм ҡанаттары ҡара ҡаймалы үтә күренмәлегә әүерелә. Кәүҙәһе һары, ҡараһыу төҫтәге һыҙыҡлар бар. Тышҡы ҡиәфәте менән әлеге күбәләк төклөтураны хәтерләтә. Күбәләк ҡорто зелпелә үҫә. Юкә балғараҡтары, тирәк балғараҡтары, йоғырт балғараҡтары — йыш осорай торған төрҙәре. «Үле баш» исемле балғараҡтар, сирень балғараҡтары һәм күҙләс балғараҡтар ТР-ҙың Ҡыҙғылт китабына кертелгән.

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)