Эстәлеккә күсергә

Белогорье ыҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белогорье ыҙаны
Төп мәғлүмәт
Майҙаны166 гектар 
Идара итеүсе ойошмаРостов өлкәһе тәбиғәт ресурстары һәм экология Министрлығы 
Урынлашыуы
49°43′ с. ш. 41°11′ в. д.HGЯO
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Точка
Белогорье ыҙаны
Ростов өлкәһе
Точка
Белогорье ыҙаны

Белогорье ыҙаны — Төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Ростов өлкәһе Верхнедон районындағы Мигулин станицаһынан көнбайыштараҡ Дон йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Мигулин урмансылығының 47-се һәм 48-се кварталдарын биләй. Тәбиғәт һәйкәле статусын Белогорье ыҙаны Ростов өлкәһе Хөкүмәте 349-сы ҡарары(15.05.2014) нигеҙендә алған.

Ябай муйыл

Белогорье ыҙаны тәбиғи төрлө ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан торған байрас урманынан ғибәрәт. Бында Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән бик үҫемлектәр төрө бар. Уларға ыҙандың көньяғында киң таралған ҡара кәкүк баш, европа аҡ тояғүләне популяциялары бар. Үҫемлектәр бик ҙур биологик төр һәм эндемизм менән айырылып тора.

Белогорье ыҙаны Верхнедон районының үҙәгендә, Мигулин станицаһынан көнбайыштараҡ, Дон йылғаһының уң ярында. Ул Мигулин урмансылығының 47-се һәм 48-се кварталдарын биләй.

Белогорье ыҙанының дөйөм майҙаны 166,0 га. Тәбиғәт һәйкәле статусын Ростов өлкәһе Хөкүмәтенең 735-се (08.08.2012) һәм 349-сы (15.05.2014) ҡарарҙарына ярашлы алған. Ул фәнни һәм тәбиғәтте һаҡлау, ағартыу әһәмиәтенә эйә.

Белогорье ыҙанында башлыса тәбиғи байрас урмандары, дала үҫемлектәре аҡбурлы асыҡ ерҙәрҙә үҫә. Бында ағастарҙан имән, ялан сағаны, йүкә, ҡорос ағас, ерек, ябай миләш үҫә.

Ҡыуаҡлыҡтарҙан европа бересклеты, еҙекәй, муйыл, эт муйылы, терндарҙың байтаҡ төрҙәре бар. Урман-дала зонаһында үҫеүсе үҫемлектәр был ыҙанда күпләп таралған.

Юғарыла һаналып киткән үҫемлектәр һәм байрас урмандары ағастары комплекслы тәбиғәт һәйкәл булып торалар һәм хөкүмәт тарафынан һаҡланалар, сөнки бындағы бик күп үҫемлектәр төрө Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Шуларҙың иң ныҡ айырылып торғаны ҡара кәкәүк баш һәм европа аҡ тояғүләне.

  • «О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.
  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002.