Бишек йыры
Бишек йыры | |
Бишек йыры Викимилектә |
Бишек йыры — баланы тирбәткәндә әсә йәки бала ҡараусы башҡарған йыр; айырым лирик жанр, халыҡ шиғриәтендә популяр.
Иң боронғо фольклор жанрҙарының береһе. Традицион халыҡ мәҙәниәтендә бишек йыры магия һаҡ функцияһын үтәүе мөмкин[1]. Барлыҡ халыҡтарҙа ла бишек йыры инструменттар талап итмәй, уны башҡарыу өсөн тауыш ҡына етә.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бишек йырҙары музыкаль фольклорҙың ғөрөф-ғәҙәт жанрҙары менән оҡшашлығын асыҡлай.
Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү – тылсымлы сара, төрлө ышаныуҙарға бәйле йола булған
Бишек йырҙары балаға яҡшы йоҡо теләп, хайуандарҙан баланы йоҡлатҡанда ярҙам итеүен йәки йоҡларға ҡамасауламауын һорап, баланы дәртләндереү, ҡурҡытыу маҡсатында башҡарылған. Мәҫәлән, урыҫтарҙа бишек йырҙарында урман баланы алып китеү менән янаған хәүефле урын булараҡ сығыш яһай:
…Придет серенький волчок,
Хватит Нину за бочок
И потащит во лесок,
Под ракитовый кусток.
Там волки воют…
Был жанрҙа заговор-һаҡлау элементтары һаҡланған. Кешеләр, кешене серле дошманлыҡ көсө уратып алған, тип ышанған, һәм әгәр бала төшөндә ниндәйҙер насар, ҡурҡыныс нәмәне күрһә, был инде ҡабатланмаҫ, тип уйлаған. Ҡайһы бер халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла бишек йырҙары баланы боҙомдарҙан һаҡлай тип иҫәпләнгән. Һуңғараҡ бишек йырҙары тылсымлы элементтарын юғалта, киләсәккә изге теләктәр мәғәнәһенә эйә була.
Бишек йыры — баланы бәүетеп йоҡлата торған йыр. Йыр һәлмәк тирбәтеү менән оҙатылғанға күрә, унда ритм бик мөһим.
Тирбәтеү - тормош даръяһында сабыйҙы сыныҡтырыуға килтергән, йыһан ритмына ылыҡтырған.
Бишек йырҙарынын әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бишек йырҙары ярҙамында әсә үҙенең балаһына туған теленең наҙын,көйҙәрҙең моңон еткерә.
Бишек йырҙары баланы уратып алған тирә-йүн, хайуандар, ҡоштар менән таныштыра.
Бишек йыры балаға әсә йөрәгенең саф һөйөүен, изге теләген еткерә.
Әсә менән бәйләнешен нығыта, бала йырҙарҙы тыңлап өндәрҙе ишетә, ҡабатлай, телмәрен байыта[2].
Бишек йырҙарының төрө:
- Ҡыҙ баланы йоҡлатҡанда йырлана торған бишек йыры:
Һандуғасым, аҫыл ҡошом,
Йоҡла, бәғерем.
Йоҡла, иркәм, йоҡла, бәпкәм,
Бәүкәй бәлли бәү.
Алма кеүек матурланып,
Бешкән, тулғанһың.
Шул сағыңда һин тағы ла
Сибәр булғанһың.
Алмаҡайым, аппаҡайым,
Йоҡла, гөлкәйем. Йоҡла, иркәм, йоҡла, бәпкәм,
Бәүкәй бәлли бәү.
Йылғырһың шул, етеҙһең,
Күп тә уйнайһың.
Ал гөлдәрҙе, сәскәләрҙе
Өҙмәй ҡуймайһың.
Кил, гөлкәйем, сибәркәйем,
Йоҡла, бәпкәйем.
Бәүкәй бәлли бәү.
Әлли- бәлли, бәү-бәү
2. Ир баланы йоҡлатҡанда башҡарылған бишек йыры:
Әлли-бәлли итәр ул,
Өфөләргә китәр ул.
Төҙөүсегә уҡыр ул,
Кеше булып китәр ул.
Әлли-бәлли итәр ул,
Бейек йорттар һалыр ул.
Кешеләрҙе ш ат итеп,
Мәңге телдә ҡалыр ул.
Минең йөрәк бәғерем ул,
Ғәзизем ул, бер генәм.
Ҡыуанысым, шатлығым,
Бәү-бәү, минең йән генәм.
Йоҡла, улым, йом күҙең,
Йом-йом күҙең, йондоҙом,
Кисен тыныс йоҡлаһаң,
Уйнап үтер көңдөҙөң.
Әлли-бәлли, бәү-бәү, Әлли-бәлли, бәү-бәү[3].
Һәр ерҙә, бала йоҡлағанда үҫә тип иҫәпләнгәнгә күрә, бишек йырҙарында үҫеш темаһы төп темаларҙың береһе булып тора: сағ. "Төндәр буйы йоҡлаһаң, сәғәтләп үҫәһең».
Традицион ҡаҙаҡ бишек йыры өсөн дә баланың киләсәккә теләктәре типик, мәҫәлән: «Батыр булаһыңмы, тимерсе булаһыңмы, аҡыл эйәһе булырһыңмы...»[4] .
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фраёнова, Зуева, 2009, с. 573
- ↑ Исследовательская работа на тему "Бишек йырҙары" (infourok.ru)
- ↑ Ғәләүетдинов И.Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — С. 16. — ISBN 5-295-01280-8.
- ↑ Колыбельная песня // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы
- Башҡорт халыҡ йырҙары
- Сәңгелдәк (йыр)
- Башҡорттарҙа йола поэзияһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колыбельные песни / Е. М. Фраёнова, Т. В. Зуева // Киреев — Конго. — М. : Большая российская энциклопедия, 2009. — С. 573. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 14). — ISBN 978-5-85270-345-3.
- Головин В. В. Русская колыбельная песня в фольклоре и литературе. — Турку, 2000.— 451 c.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крупнейшая подборка колыбельных со всего мира. Более 898 мелодий. (колыбельные-песни.рф)
- Укачивание детей в западных районах Брянщины (culture.ru)
- Колыбельные песенки. Тексты колыбельных песен. Маме о ребёнке, 21 марта 2010.
- Колыбельные песни. Гигантская подборка текстов колыбельных 2022 йыл 26 май архивланған.. DadAndMom, 15 марта 2013.