Эстәлеккә күсергә

Бланка Намюрская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бланка Намюрская
франц. Blanche de Namur
норв. Blanka av Namur
швед. Blanka av Namur
лат. Blanca Namurcensis
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ Норвегия
 Швеция
Титул королева-консорт[d]
Тыуған көнө 1320
Тыуған урыны Намюр[d], Бельгия
Вафат булған көнө 1363[3]
Вафат булған урыны Тёнсберг[d], Вестфолл[d], Эстланд[d], Норвегия
Атаһы Жан I[d]
Әсәһе Мария д’Артуа[d]
Бер туғандары Ги II[d], Филипп III[d], Жан II[d] һәм Гильом I[d]
Хәләл ефете Магнус Эрикссон[d]
Балалары Эрик XII[d] һәм Хакон Магнуссон[d]
Нәҫеле Дом Дампьер[d]
Һөнәр төрө аристократ
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Бланка Намюрская Викимилектә

Бланка Намюрская (франц. Blanche de Namur, норв. Blanka av Namur, швед. Blanka av Namur, лат. Blanca Namurcensis; 1320, Намюр, Намюр — 1363, Тенсберг замогы (Норвегия короллеге) — Дампьер нәҫеленән маркграф Намюр Жан I өлкән ҡыҙы, кейәүҙә саҡта — Швеция һәм Норвегия королеваһы.

Урта быуатта иң билдәле норвег һәм швед королеваларының береһе. Сәйәси һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем эш алып бара. Халыҡ мөхитендә уның тураһында күп хикәйәләр һәм йырҙар ижад ителгән.

Бланка яҡынса 1320 йылдар тирәһендә Намюр ҡәлғәһендә тыуа. Ул Дампьерҙар йортоноң маркграфы Намюр Жан I һәм уның ҡатыны — Капетингтар династияһы тармағынан Мари д’Артуаның ҡыҙы була. Атаһы буйынса ул Фландрия графтары, әсәһе яғынан — Франция королдәре сығышынан була.

Үҙенең бала сағын Фландриялағы графтар резиденцияһында Винендейл һарайында үткәрә, бында принцессаға ярашлы яҡшы ғына белем ала.

Магнус Эрикссон, Норвегия һәм Швеция короле, маркграф Намюрҙың ҡыҙының матурлығы тураһында ишетеп, 1334 йылдың июнендә уны шәхси һората. Уға ризалыҡ менән яуап бирәләр. 1335 йылдың авгусында никахлашҡан принцесса Швецияға китә.

Норвегия һәм Швеция королеваһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1335 йылдың октябрь йәки ноябрь башында, бәлки Бохус замогында туй үтә. Туй бүләге сифатында Бланка иренән Норвегиялағы Тёнсберг провинцияһын, Швециялағы Лёдёсты һәм Хизинген утрауындағы Линдхольмен замогын ала. 1353 йылда Тенсбергты Бохус, Марстранд, Эльфсиссель, Ранрика һәм Боргарсисселға алмаштыра.

1336 йылдың 24 июнендә (21 июль) Стокгольмда Бөйөк сиркәүҙә Бланка Норвегияның, Швецияның һәм Сконеның королеваһы тип тәғәйенләнә. Киләһе йылда ул беренсе балаһын таба.

Иренең идара итеү ваҡыты ике короллектә лә иҡтисади һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡ ваҡытына тура килә. 1355 йылда уларҙың өлкән улы, Швеция тәхет вариҫы булырға тейеш Эрик, бәләкәй ҡустыһы Хакон инде Норвегияның короле булған тип, дәүләт түңкәрелеше ҡыла. Ул Швециялағы хакимлыҡты законһыҙ рәүештә тартып ала һәм Дания менән һуғышҡа әҙерләнә башлай, әммә сәйер шарттарҙа ҡапыл үлеп ҡала. Уны ҡатыны менән әсәһе ағыулап үлтергән, тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килә.

Королева Бланка аҡыллы ғына түгел, ә матур ҡатын-ҡыҙ булған тип күрһәтә хәҙерге заман сығанаҡтары. Әммә тере сағындағы уның бер генә һүрәттәре лә һаҡланмаған. 1346 йылда королева документының мисәтендә ҡатын-ҡыҙ һүрәтләнә, билбауһыҙ оҙон күлдәктә, уң ҡулында скипетр һәм башына таж кейгән. Бланка Намюрская швед короле һарайында сәнғәткә зауыҡ уята, шағир һәм рәссамдарҙы һарайға ылыҡтыра. Билдәле булыуынса, күпмелер ваҡыт королеваның фрейлинаһы булып билдәле изге Бригитта Шведская була.

1363 йылдың апрелендә кесе улының туйынан һуң королева Бланка, фаразлауҙар буйынса Тенсбергта вафат була. Үлгән ваҡыты һәм ерләнгән урыны әлегә тиклем билдәләнмәгән. Васыятына ярашлы, королева Вадстен аббатлығында ерләнгән булырға тейеш.

Никахы һәм нәҫеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
А. Эдельфельт. «Королева Бланка» (1877).

1335 йылдың октябрендә — ноябрь башында Бланка Намюрская Швеция короле Магнус II, Норвегия короле Магнус VII, Седерманландскийҙың улы Эрик Магнуссондың һәм принцесса Ингеборга Норвежскаяның улдары Магнус Эрикссонға (1316 —1.12.1374) кейәүгә сыға. Был никахтан биш бала тыуа. Өс ҡыҙ, исемдәре билдәһеҙ, сабый ваҡыттарында вафат булалар һәм Ас аббатствоһында ерләнәләр. Ике улы ғына иҫән ҡала:

  • принц Эрик Норвежский һәм Шведский(1339 — 21.06.1359), Швецияның буласаҡ короле Эрик XII 1356 йылда Изге Рим империяһы императоры Людовик IV ҡыҙы принцесса Беатрисе Баварская (1344 — 25.12.1359) менән никахлаша;
  • принц Хакон Шведский һәм Норвежский (1340 — 11.09.1380), Хакон II исемендә Швецияның һәм Хакон VI исемендә Норвегияның буласаҡ короле, 1363 йылда Дания короле Вальдемар IV Аттердагтың ҡыҙы принцесса Маргарита Датскаяға (1353 — 28.10.1412) өйләнә.

Балалар өсөн швед халыҡ йырҙарының береһе «Rida, rida heter hästen Blanka ranka» (Бланка исемендәге атҡай, йөрөт мине, йөрөт тубығыңа ултыртып) Альберт Эдельфельтаны «Королева Бланка[sv]» тип аталған билдәле картинаһын яҙыуға дәртләндерә (1877). Унда королева кинйә улы Хаконды тубығына ултыртып һикертеп ултырған ҡиәфәттә һүрәтләнә.

Королеваның исемен билдәле һыра компанияһы Брассери дю Бок йөрөтә.

  1. https://biografiasampo.fi/henkilo/p1600
  2. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  3. Blanka (швед.) — 1917.