Эстәлеккә күсергә

Гидросфера

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гидросферала һыу әйләнеше

Гидросфе́ра (от бор. грек. ὕδωρ — һыу һәм σφαῖρα — шар) — Ерҙең һыу тышсаһы. Гидросфераны Донъя океаны, континенталь һыу өҫлөгө һәм ер аҫты һыуҙана бүлеп йөрөтәләр.

Планетала дөйөм һыу миҡдары 1390 млн км3[1] самаһы. Гидросфера массаһы — яҡынса 1,46·1021 кг. Был атмосфера массаһынан 275 тапҡыр ауырыраҡ, һәм дөйөм планета массаһының 1/4000 өлөшөн тәшкил итә.

Гидросфераның күп өлөшө океанда, аҙыраҡ өлөшө боҙлоҡтарҙа, континенталь һыуҙарҙа, ер аҫты һыуҙарында тупланған. Тоҙло океан һыуҙары гидросфераның 96,4 %, боҙлоҡ һыуҙары 1,86 %, ер аҫты һыуҙары 1,68 %, ҡоро ер өҫтө һыуҙары 0,02 % өлөшөн тәшкил итә[2].

Океандар ер өҫтөнөң 71 % ҡаплап тора. Уртаса тәрәнлеге 3800 м, максималь тәрәнлеге (Тымыҡ океанда Марсиан уйһыулығы) — 11 022 метр. Океан тышсаһы ултырма һәм базальт ҡатламдарынан тора. Донъя океаны һыуҙарында эрәген тоҙҙар (уртаса 3,5 %) һәм газдар бар. Мәҫәлән, океандың өҫкө өлөшөндә эрегән хәлдә 140 трлн тонна углекислый газ һәм 8 трилн тонна кислород бар.

Дөйөм гидросферала континенталь һыуҙар бик аҙ миҡдарҙа, әммә улар биосферала һыу сығанағы, һуғарыу һыуҙары булалаҡ ҙур роль уйнай. Бынан тыш, гидросфераның был өлөшө атмосфера һәм ер тышсаһы менән даими тәьҫир итешә.

Ҡаты хәлдәге һыуҙарҙы (боҙлоҡ, ҡар ҡатламы, мәңгелек боҙлоҡ) криосфера тип атайҙар. Һыуҙың гидросфераның бер өлөшөнән икенсе өлөшөнә күсеүе ҡатмарлы һыу әйләнешен тәшкил итә.

Гидросфера биосфера ҡатламын ҡаплап тора, әммә күпселек тереклек Ҡояш йылытҡан ер өҫтөнә һәм яр буйҙарына тура килә.

Ерҙәге тормош гидросферала барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Тик палеозой эраһы башында ғына хайуандар ҡоро ергә яраҡлашҡан.

  • Kelbert A., Schultz A., Egbert G. Global electromagnetic induction constraints on transition-zone water content variations (инг.) // Nature. — 2009. — В. 460. — С. 1003-1006.
  • Kennish M.J. Practical handbook of marine science. — 3rd ed. — CRC Press, 2001. — (Marine science series). — ISBN 0849323916.
  • Михайлов В.Н. Гидрология: учебник для вузов / В.Н. Михайлов, А.Д. Добровольский, С.А. Добролюбов. — 2-е изд., испр. — М.: Высш. школа, 2007. — 463 с. — ISBN 978-5-06-005815-4.
  • Малая горная энциклопедия. В 3-х т. = Мала гірнича енциклопедія / (На укр. яз.). Под ред. В. С. Белецкого. — Донецк: Донбасс, 2004. ISBN 966-7804-14-3.
  • Тимофеев П. П., Холодов В. Н., Зверев В. П. Осадочная оболочка Земли как возможный источник гидросферы // Доклады АН СССР. 1986. Т. 288. № 1. С. 197—200.