Ике ҡойроҡло эт партияһы
Ике ҡойроҡло эт партияһы | |
мадьярса Magyar Kétfarkú Kutya Párt | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Етәксе | Gergely Kovács[d] |
Дәүләт | Венгрия |
Барлыҡҡа килеү урыны | Сегед[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Сегед[d] |
Hex-код цвета | 808080 |
Рәсми сайт | mkkp.hu |
Ике ҡойроҡло эт партияһы Викимилектә |
Ике ҡойроҡло эт партияһы (мадьярса Magyar Kétfarkú Kutya Párt; ҡыҫҡартма MKKP) — де-факто 2006 йылдан Венгрияла ғәмәлдә булған пародиялы сәйәси партия (Сегедта барлыҡҡа килгән) һәм 2014 йылда рәсми рәүештә теркәлгән. Партия ағзалары башлыса Венгрия сәйәси элитаһының типик лозунгыларына граффити һүрәттәр һәм плакат-пародиялар төшөрөү менән шөғөлләнә һәм һайлауҙарҙа абсурд идеялар тәҡдим итә йәки көлкөлө һәм аҡылһыҙ рәсми белдереүҙәр яһай.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошторолоуы һәм һайлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылда һайлау бюллетендәрендә Ике ҡойроҡло эт партияһы менән бергә тәүге тапҡыр Иштван Надь исеме барлыҡҡа килә (мадьярса István Nagy — Венгрияла иң киң таралған исем һәм фамилия, традицион инглиз John Smith һәм урыҫ Иван Иванов эквиваленты). Бындай «кандидат» 2006 йылғы һайлауҙарҙа бөтә парламент һәм төбәк һайлауҙарында күрһәтелә. Юмор өсөн партия үҙенең һайлау алды программаһында киләһе элементтарҙы индерә: мәңге тормош, бөтә донъяла тыныслыҡ, аҙнаһына бер эш көнө, бер көндә ике ҡояш байыуы (төрлө төҫтәге), гравитацияның кесәйтелгән көсө, бушлай һыра һәм түбән һалымдар. «Вәғәҙәләр» иҫәбенә шулай уҡ Бөйөк венгр тигеҙлегендә тау өйөргә (Альфёльд). Бындай плакаттар башлыса Сегедта, уларҙа — «Иштван Надь — шундай һәйбәт, ул һис шикһеҙ урламаясаҡ!» яҙыулы ике ҡойроҡло эттең һүрәте. Партия тағы ла бер пародиялы партия менән хеҙмәттәшлек итә («Дүртенсе юл»), уларҙың рәйестәре формаль рәүештә ҡоштар, әммә партиялар үҙ-ара килешмәүсәнлектәр тураһында белдерәлә: «Дүртенсе юл» ҡош гриппты юҡҡа сығарырға ниәтләй, ә ике ҡойроҡло эт партияһы вирустарҙың хоҡуҡтарын яҡлай.
Милләтселәргә партия айырыуса сарказм менән ҡарай: ул «Бәләкәйерәк Венгрия өсөн» лозунгы менән плакаттар йәбештерә, плакаттарҙа хәҙерге Венгрия территорияһының бер өлөшө генә күрһәтелгән, ҡалғандары Австрия, Словения, Хорватия, Сербия, Румыния, Украина һәм Словакияға «бирелгән». Был милләтселәрҙең 1920-се йылғы Триаон килешеүен юҡҡа сығарыу һәм ҡайһы бер илдәргә территориаль дәғүәләр белдереү буйынса талаптарына сатира булып тора.
2009 йылдың 20 июнендә протест акцияһына Венгрия статистика офисы алдында пародиялы лозунгылар менән яҡынса 300 кеше йыйыла: «Иртәгә кисә булырға тейеш!», «Алйот булып күрен!», «Эштән сыҡ!», «Нимә беҙ теләйбеҙ? Бер нимә лә! Ҡасан беҙ быны теләйбеҙ? Бер ҡасан да!» һәм башҡалар. 2010 йылда партия үҙенең сатираһын дауам итә һәм, «Бөтәһен дә күберәк, бер нәмә лә әҙерәк түгел!», «Мәңге тормош, бушлай һыра, һалымдарҙы юҡҡа сығарыу!», «Беҙ нимә булһа ла вәғәҙә итәбеҙ!» кеүек слогандарҙы ҡулланып, «Барыһы ла яҡшыраҡ булһын!» лозунгы аҫтында мэр вазифаһына көрәштә ҡатнашыуы тураһында иғлан итә. Будапешттың 7-се округында кандидат итеп комик Даниэль Могач тәҡдим ителә, ул ATV телеканалы алып барыусыһы Ольга Кальманға интервью бирә[1]. Могач шулай уҡ «Беҙҙең поездар һәр саҡ бысраҡ» һәм «Беҙҙең поездар һәр саҡ һуңлай» лозунгылы постерҙар йәбештереү менән шөғөлләнә һәм Венгрия дәүләт тимер юлы компанияһын тәнҡитләп, хатта Печ ҡалаһы сайтына пародия яһай[2].
Партия үҙ кандидатын теркәү өсөн кәрәкле ҡултамға йыя алмай[3]. Һайлау алды программаһында был юлы Сегедты космодромға әүерелдерергә һәм пули эттәрен Ямайкаға ебәрә башларға, озон ҡатламын тергеҙергә һәм озон тишеген ямарға, юҡҡа сыҡҡан үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың яңы төрҙөрен барлыҡҡа килтерергә, Ерҙән ситтәге цивилизациялар менән бәйләнештәр булдырырға, Марста венгр ресторанын асырға вәғәҙә итә[4].
Рәсми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылда партияға һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн теркәү процесын тиҙләтергә тура килә[5]: 2014 йылдың башында «еңел-елпелек» өсөн партияны теркәмәйҙәр, әммә шул уҡ йылдың июлендә Юғары суд был ҡарарҙы юҡҡа сығара[6]. 2014 йылдың 8 сентябрендә Ике ҡойроҡло эт партияһы парламент һайлауҙарына тиклем бары тик 16 минут алдан рәсми рәүештә теркәлә, шуға күрә һайлауҙарға бер кемде лә тәҡдим итә һәм унда ҡатнаша алмай[7].
2015 йылдың июнендә Виктор Орбан хөкүмәте легаль булмаған миграцияға ҡаршы көрәш буйынса кампанияһын башлай: лозунгылар араһында «Венгрияға килгәс, һин венгрҙарҙан эште тартып ала алмайһың!» кеүектәре лә була[8]. Быға яуап итеп, Ике ҡойроҡло эт партияһы ҡапма-ҡаршылыҡлы акция иғлан итә һәм үҙенең теләктәштәренән 33 миллион форинт йыя[9] һәм инглиз һәм венгр телдәрендә 800-гә яҡын бигбордтар урынлаштыра: «Премьер-министр өсөн беҙҙе ярлыҡағыҙ» һәм «Венгрияға рәхим итегеҙ, беҙ инде Англияла эшләйбеҙ!»[10].
2016 йылдың 4 февралендә Medián үткәргән һорауҙар Венгрия халҡының 1 проценты был партияны һайлауҙарҙа яҡлаясағын күрһәтә[11]. Шул уҡ йылдың октябрь айында миграция квоталары буйынса референдум үтә, сара Венгрия хөкүмәте яғынан агрессив төҫ ала. Референдумға халыҡ килмәй тиерлек, әммә тауыш биргәндәрҙең күпселеге ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүгә ҡаршы булыуын раҫлай. Ике ҡойроҡло эт партияһы дүрт мең ирекмәндән 100 мең евро йыя һәм хөкүмәттең мигранттарға ҡаршы сәйәсәтенә йүнәлтелгән постерҙар йәбештереп сыға: «Сүриәлә һуғыш барғанын һеҙ беләһегеҙме?», «Бер миллион венгр Европаға күсенергә теләгәнен һеҙ беләһегеҙме?», «Коррупцияла ғәйеплеләр — беҙҙең сәйәсмәндәр икәнен, һәҙ беләһегеҙме?», «Венгрҙар, ҡасаҡтарға ҡарағанда, НЛО-ны йышыраҡ осратыуын һеҙ беләһегеҙме?»[12]. Партия лидеры Гергей Ковач BBC News -ҡа биргән интервьһында Венгрия хөкүмәте ғәмәлдәренән риза булмаған венгрҙарға мөрәжәғәт итеүе һәм уларға теләктәшлек күрәһтергә теләүе тураһында әйтә һәм референдумда бюллетндәрҙе боҙорға тәҡдим итә[13]. Референдумда ҡатнашҡан кешеләрҙән 6 проценты нәҡ шулай эшләй[14]. Референдум алдынан партия «Ҡәғиҙәһеҙ тауыш бир» исеме аҫтында мобиль ҡушымта төҙөй, боҙолған бюллетендең фотоһын селтәргә һалырға өндәй. Бының өсөн партия 832 мең форинт штраф түләй, сөнки бюллетень фотоһын баҫтырыу тыйылған була[15].
2017 йылдың апрелендә партия Виктор Орбандың сираттағы башланғысын (шул иҫәптән Үҙәк Европа университетын ябыу буйынса) мыҫҡыл итеп, тантаналы йөрөш үткәрә. Акцияла венгр һәм урыҫ телдәрендә плакаттар сығарыла: «Беҙ колония булмаясаҡбыҙ», «Беҙгә һайлауҙар кәрәкмәй», «Долой матбуғат азатлығы» һәм башҡалар[16]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Gangos házakat ígér anyjának a 7.kerületi polgármester-jelölt + videó . ATV.hu (28 август 2010). Дата обращения: 4 август 2015.
- ↑ Lenyomta a Magyar Kétfarkú Kutya Párt a Pécs2010-et . Дата обращения: 29 май 2017. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ A Kétfarkú Kutya Kulturális Közhasznú Egyesület adatai a 2010-es önkormányzati választás oldalán . Országos Választási Iroda (29 ноябрь 2010). Дата обращения: 4 август 2015. Архивировано 4 декабрь 2015 года.
- ↑ A Magyar Kétfarkú Kutya Párt választási programja. 2010. mkkp.hu. Дата обращения: 4 август 2015. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Margit Feher. Hungary’s 2-Tailed Dog Party Seeks Ballot Space .
- ↑ Kúria: be kell jegyezni a Magyar Kétfarkú Kutya Pártot . 2014 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ Rossz viccnek tűnik, ahogy bejegyezték a Kétfarkú Kutya Pártot .
- ↑ Német, Tamás. Megvan a kormány menekültellenes kampányának két újabb szlogenje . Index (4 июнь 2015). Дата обращения: 4 август 2015.
- ↑ Újabb plakátokat készít a Kétfarkú Kutyapárt és a Vastagbőr . 444.hu (14 июль 2015). Дата обращения: 8 май 2015.
- ↑ 'Come to Hungary - we're already working in London' says pro-immigration billboard campaign . Telegraph.co.uk (17 июнь 2015). Дата обращения: 4 февраль 2016.
- ↑ Sajátosan reagálta le a Kétfarkú Kutyapárt, hogy a Medián már méri őket . Heti Világgazdaság (4 февраль 2016). Дата обращения: 4 февраль 2016.
- ↑ Hungary’s satire party takes on migrant referendum
- ↑ Hungary poster campaign pokes fun at migrant referendum . BBC News (10 сентябрь 2016). Дата обращения: 19 сентябрь 2016.
- ↑ Hungary's Referendum On Refugee Resettlement Is Overwhelming — But Invalid (3 октябрь 2016). Дата обращения: 3 октябрь 2016.
- ↑ Jobbikos javaslatra 832 ezer forintra büntette az NVB a Kétfarkú Kutyákat (7 октябрь 2016). Дата обращения: 8 октябрь 2016.
- ↑ В Будапеште прошла акция-насмешка над премьером Виктором Орбаном (рус.)