Эстәлеккә күсергә

Исин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исин
Рәсем
Культура Шумер
Дәүләт  Ираҡ
Административ-территориаль берәмек Кадисия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Карта
 Исин Викимилектә

Исин — Боронғо Месопотамияның көньяғында урынлашҡан ҡала һәм дәүләт.  Гула алиһә  Исиндың төп аллаһы була. Урҙың III династияһы империяһы ҡолағас, Исиндың I династияһы батшалары был ҡалаға ике йөҙ йылдан ашыу хакимлыҡ итә  (б.э.т.  2017—1794 йылдарҙа).

Узурпатор  Ишби-Эрра һәм уның вариҫтары идара иткән ваҡытта  (б.э.т. 2017—1985 йылдар)  Исин хакимлығы Ниппур, Дильмун, Элам, Ур һәм Дёр яғына табан тарала.

Ишма-Даган (б.э.т. 1953—1935 йылдар) һәм  Липит-Иштар (б.э.т. 1934—1924 йылдар) ваҡытында  Исиндың ҡануниәте ҙур үҙгәрешкә дусар була.

Беҙҙең эраға тиклем  1924 йылдан һуң Исиндың йоғонтоһо юғала башлай, төбәктә Ларса батшалары өҫтөнлөккә эйә була.  Ларса хакимы  Рим-Син идара итеүенең егерме туғыҙынсы йылында Исинды буйһондора. Был ваҡиға Бабилда  Хаммурапи тәхеткә ултырырҙан ике йыл алдараҡ була. 

Ираҡтағы һуғыш ваҡытында   Исиндың ҡалдыҡтары талана һәм өс йөҙләп юлбаҫарҙан торған боронғолоҡҡа һунар бандаһы тарафынан талана һәм ғәмәлдә ер йөҙөнән юҡ ителә[1].