Карпов урман ыҙаны
Карпов урманы ыҙаны | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 25 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 23 август, 1985 йыл йыл |
Идара итеүсе ойошма | Ростов өлкәһе тәбиғәт ресурстары һәм экология Министрлығы |
Урынлашыуы | |
49°51′54″ с. ш. 41°22′34″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Карпов урман ыҙаны — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ростов өлкәһе Үрге Дон районында Ҡазан станицаһы янында урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын Өлкә башҡарма комитеты 313-сө ҡарары (23.08.85) нигеҙендә алған.
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карпов урманы ыҙаны Ростов өлкәһе Үрге Дон урман хужалығының төньяҡ-көнбайышында Ҡазан станицаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Фән һәм тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡурсаулыҡ 1985 йылдың 23 авгусында барлыҡҡа килә, унда кешеләрҙең йөрөүе ҡәтғи тыйылған. Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын Өлкә башҡарма ҡомитетының Ҡарары (№ 313 ,23.08.85) буйынса ала. Урман сиге(тәбиғи ыҙаны) тәбиғи имәнлектән һәм сәсеп үҫтерелгән имәндәрҙән ғибәрәт.
Ҡурсаулыҡ территорияһы рельефы — Ҡалас ҡалҡыулығы тигеҙлегенән тора. Ҡалҡыулыҡтың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 85-110 метр. Тупрағы ҡом ҡатыш һәм ҡомло, тупраҡ яһаусы тоҡом — лессоға оҡшаш ҡом ҡатыш балсыҡ һәм балсыҡ.
Биологик төрлөлөгө юғары дәрәжәлә. Был урман ыҙанында һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә, улар Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән, мәҫәлән, лютик елбәгәйе, тығыҙ һаҡал, Биберштейн ләләһе һ. б. Бында бик күп төрлө һөтимәр хайуандар: ябай ер тишкес, төлкө, ҡуян. һыуһар, йәтсә, бурһыҡ, урман сысҡаны һ.б., ҡоштарҙан ябай торомтай, өкө, ала күгәрсен (әберсен), ҡарағанат һайыҫҡан, жулан, йәшел сәпсек һ. б. бар.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияһында Гремячее (Кочетовское), Каменное,Чиганакское, Прямое, Ганюсиха, Сухая Парница, Мелкая Клешня күлдәре бар.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.
- Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урочище Карпов лес 2016 йыл 3 апрель архивланған.