Куйбышев тимер юлы
Куйбышев тимер юлы – Рәсәй тимер юлдарыныӊ юлы. Һамар–Өфө тимер юлы һымаҡ Башҡортостан ерендә тәүгеләрҙән ғәмәлгә индерелә, уның 486 км оҙонлоғондағы Кинәле станцияһынан Өфө станцияһына тиклемге участкаһы 1888 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Тимер юлы асылыуға Ағиҙел йылғаһы аша 6 тороҡло күпер, Өфө станцияһы вокзалы төҙөлә.
1890 йылда Һамар–Өфө тимер юлы Златоусҡа тиклем дауам ителә (оҙонлоғо 321 км) һәм Һамар-Златоуст исемен ала. Ул бер юллы була, тәүлегенә 9 пар поезд үткәрә ала.
1954 йылда юлының Дим–Коропачёво линияһында (171 км) электрлаштырыу башлана.
Куйбышев тимер юлы иң ҙур сәнәғәт комплекстарын тәьмин итә: автомобиль заводтары, нефть эшкәртеү, химия сәнәғәте заводтары һәм ҡорал-ҡорамал етештереүсе предприятиелар. 1936 йылда Волга-Бөгөлмә тимер юлы Куйбышев тимер юлы составына индерелә.