Лексика
Был бит һәйбәт төҙөкләндереү талап итә |
Лексика — (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы), телдең йәки уның айырым ҡатламының һүҙҙәр йыйылмаһы.
Үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ысынбарлыҡ менән туранан‑тура бәйләнеше, телдә аралашыусыларҙың йәш, һөнәр, социоль, биләмә һ.б. күрһәткестәрен, йәмғиәт тормошоноң төрлө күренештәрен яҡтырта алыу һәләте лексика төп үҙенсәлеге булып тора. Ул үҙгәреүсән: телдең тарихи үҫеше процесында лексика берәмектәренең стилистик, функциональ, семантик үҙенсәлектәре һәм ярашлығы үҙгәрә.
Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы башҡа төрки телдәр лексик берәмектәренең структур үҙенсәлектәренән айырылып торған һәм төрлө төркөм һүҙҙәре менән берләштерелгән ҡатмарлы система булып тора. Башҡорт лексикаһы нигеҙендә дөйөм төрки һүҙҙәре ята, уларҙың күбеһе үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һаҡлап ҡалған; шулай уҡ фольклор һәм этнография төшөнсәләрен, хайуандар һәм үҫемлектәр атамаларын һ.б. аңлатҡан төп башҡ. һүҙҙәрен айырып күрһәтәләр; үҙләштерелгән һүҙҙәр айырым ҡатлам булып тора. Дөйөм төрки һәм төп башҡ. һүҙҙәре лексиканың 60%-ын тәшкил итә, үҙләштерелгән һүҙҙәр — яҡынса 40 %. Лексик фразеологизмдар айырым урын алып тора.
Актив һәм пассив лексика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ошо ике төргә айыралар: актив лексика сағыштырмаса тотороҡло, һүҙьяһалышта әүҙем ҡаитнашҡан, стилистик яҡтан нейтраль һәм көндәлек аралашыуҙа айырыуса йыш ҡулланылған берәмектәрҙән тора; пассив лексика ҡулланыу сфераһы (башҡорт теленең диалекттарындағы һүҙҙәр, профессионализмдар, терминология һ.б.), стилистик дифференциация (Функциональ стилдәр), телдең тарихи үҫеш шарттары (иҫкергән һүҙҙәр, неологизмдар һ.б.) һ.б. менән сикләнгән.
Өйрәнеү обьекты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лексика лексикологияның, ономасиологияның, семасиологияның, социолингвистиканың, этимологияның һ.б. өйрәнеү объекты булып тора. Башҡорт лексикаһы структур һәм семантик үҙгәрештәрен асыҡлауҙа диалектология буйынса тикшеренеүҙәр ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙлектәр лексиканы теркәүҙең төп сараһы булып тора.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбердин Э. Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. — М., 1986.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғ. Ғ. Ҡаһарманов. Лексика // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |