Кеҫә телефоны: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Rescuing 0 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.8
 
24 юл: 24 юл:


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [http://www.3dnews.ru/phone/history_phones%20История%20радио%20и%20мобильной%20связи http://www.3dnews.ru/phone/history_phones История радио и мобильной связи]
* [http://www.3dnews.ru/phone/history_phones%20История%20радио%20и%20мобильной%20связи http://www.3dnews.ru/phone/history_phones История радио и мобильной связи]{{Недоступная ссылка|date=August 2021 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}


[[Категория:Кеҫә телефондары]]
[[Категория:Кеҫә телефондары]]

09:28, 10 август 2021, ағымдағы өлгө

Кеҫә телефоны — мобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион телефон коммутацияһын ҡуллана.

Сеул магазины витринаһында кеҫә телефондары, Көньяҡ Корея, 2006 йыл
Типик сим-карта

Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе — бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, спутник телефоны, радиотелефон һәм магистраль элемтә аппараты мобиль телефондарҙан һаналһа ла, кеҫә телефонын ғына мобиль телефон тип һанайҙар.

Кеҫә телефоны — ҡатмарлы юғары технологик электрон ҡоролма. Уға: 2—4 СВЧ-диапазонындағы ҡабул итеү ҡоролмаһы, махсуслаштырылған идара итеү контроллёры, төҫлө/монохром дисплейы, интерфейс ҡоролмаһы, аккумулятор инә. Күп телефондар уникаль номерҙан тора (атам. IMEI — мобиль ҡоролманың халыҡ-ара идентификаторы). IMEI кеҫә телефоны эшләнелгән мәлдә бирелә һәм 15 һандан тора, телефондың модификацияланмаған өлөшөнә яҙыла. Был номер телефондың аккмуляторы аҫтында, этикеткаһында, баҫтырылған, шулай уҡ телефон ҡумтаһында (төргәгендә) ҡуйылған (штрих-код аҫтында). Күп кенә телефондарҙа клавиатураһында *#06# кодын йыйып белергә мөмкин.

Күп кенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн SIM-карта ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Вольт.

Ябай халыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1946 йыл — АҠШ-та, Сент-Луис ҡалаһында AT&T Bell Laboratories компанияһы үҙенең автомобилендә телефон элемтәһе ҡуйыу буйынса эксперимент башлай.
  • 1947 йыл — Bell компанияһында эшләүсе Дуглас Ринг һәм Рей Янг мобиль элемтә өсөн алты яҡлы күҙәнәк принцибын тәҡдим итәләр.
  • 6 март, 1983 йыл — Motorola компанияһы беренсе булып һатыуға кеҫә телефонын сығара. DynaTAC 8000X аппаратын уйлап сығарыр өсөн $100 млн һәм 15 йыл ваҡыт кәрәк була. Телефондың ауырлығы 794 грамм, ҙурлығы 33x4,4x8,9 см тәшкил итә. Телефон $3995 тора.
  • 1984 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 300 000 кешегә етә.
  • 2003 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 1 200 000 000 кешегә етә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]