Толкачёв Константин Борисович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
15 юл: 15 юл:
== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{Иҫкәрмәләр}}
{{Иҫкәрмәләр}}

[[Категория: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйестәре]]
[[Категория:Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйестәре]]

03:56, 24 апрель 2014 өлгөһө

Толкачев Константин Борисович - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе (1999 йылдан алып).

Толкачев Константин Борисович (1953) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 60-сы һанлы Буй бер мандатлы һайлау округы буйынса депутаты.

1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуа, рус. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай. Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торбалар йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977- 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларҙы биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе – дүртенсе саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп һайлана. 1999–2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы. Европаның урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары. Рәсәй Федерациһы Закондар сығарыусылар советының ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы.

Почет, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн», “Салауат Юлаев”, 1-се дәрәжәләге Бөйөк Петр, Андропов ордендары, ун дүрт миҙал, исемле ҡорал менән бүләкләнә. Рәсәй Федерациһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

«Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы.

Иҫкәрмәләр