Эстәлеккә күсергә

Мезоамерика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мезоамерика

Мезоамерика, Месоамерика (бор. грек. μέσος — урта), Урта Америка — Мексиканың уртаһынан Гондурас һәм Никарагуаға тиклем булған тарихи-мәҙәни регион. Терминды 1943 йылда немес философы һәм антропологы  Паул Кирхгофф кереткән.

Колумбҡа тиклем осорҙағы Мезоамерика халҡының төп айырмаһы:

  • идара итеү структураһы ҡатмарлы булған, ҡайһы саҡта дәүләт кимәленә барып еткән, ер эшкәртеүгә ҡоролған йәмғиәт;
  • төрлө йолалар үткәреү өсөн  үҙәктәр, хатта ҙур ҡоролмалы (пирамидалар, һарайҙар, ареналар) ҡалалар;
  • кәсепселектең юғары кимәлдә булыуы: кемамика, таш, ағас, металл эшкәртеү, текстиль, рәсем төшөрөү;
  • астронимияны белеү, теүәл календарь, яҙыу системаһын белеү.

Мезоамерика киң үҫеш алған  мәҙәниәттең тыуған иле:

  • Ацтек
  • Майя
  • Миштек
  • Ольмек
  • Пурепеча
  • Сапотек
  • Тольтек
  • Тотонак
  • Уастек
  • Чичимек

Мезоамерика индеецтәре теле 10 ғаиләгә ҡарай. Бөгөнгө көндә испан теле өҫтөнлөк алһа ла, урындағы телде белеүселәр һаны әкренләп арта бара.