Милтон-Кинс (унитар берәмек)
Милтон-Кинс | |
Нигеҙләү датаһы | 1 апрель 1997 |
---|---|
Дәүләт | Бөйөк Британия |
Административ үҙәк | Милтон-Кинс |
Административ-территориаль берәмек | Бакингемшир[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Milton Keynes.map |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Milton Keynes[d] |
Хөкүмәт башлығы | Martin Petchey[d] |
Башҡарма власть | office of the Mayor of Milton Keynes[d] |
Етәксе орган | Milton Keynes Council[d] |
Закондар сығарыу органы | council of Milton Keynes Council[d] |
Халыҡ һаны | 268 607 кеше (2018)[1] |
Майҙан | 308,6267 км² (2016)[2] |
Почта индексы | MK |
Рәсми сайт | miltonkeynes.gov.uk |
Милтон-Кинс Викимилектә |
Милтон-Кинс (ингл. Milton Keynes) — Англияның район статуслы унитар берәмеге (ингл. borough), Бакингемшир тантаналар графлығында, Көньяҡ-Көнсығыш Англияның иң төньяҡ төбәк территорияһында, урынлашҡан. Милтон-Кинс административ үҙәге Милтон-Кинс ҡала унитар берәмегенең өстән бер өлөшөн алып тора, унда район халҡының 90 проценты йәшәй.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милтон-Кинс унитар берәмегенең майҙаны 308 квадрат километр, ул көньяҡ-көнбайышта Бакингемшир тантаналар графлығы, төньяҡ-көнбайышта Нортгемптоншир графлығы һәм көнсығышта Бедфордшир графлығы менән сиктәш.
Элекке Блечли, Ньюпорт Пэгнелл, Вулвертон һәм Винг, Ньюпорт Пэгнелл ауыл райондарының ҡушылыуынан 1974 йылдың 1 апрелендә ойошторолған район. Был яңы районында Милтон-Кинс ҡалаһы төҙөлгән.
Милтон-Кинс Бакингемшир графлығындағы биш метрополь булмаған графлыҡтың береһе булып тора. Ул 1997 йылдың 1 апрелендә графлыҡ советына буйһонмаусы унитар берәмек итеп үҙгәртелә.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милтон-Кинс унитар берәмек территорияһында 2001 йылдың мәғлүмәттәре буйынса 207 057 кеше йәшәй, халыҡтың уртаса тығыҙлығы бер квадрат километрға 671 кеше тәшкил итә[3].
Сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милтон-Кинс унитар берәмегендә идара советы эшләй, ул 23 округ буйынса һайланған 50 депутаттан тора. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәһедә 21 урынды консерваторҙар партияһы биләп тора[4].
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милтон-Кинс унитар берәмеге территорияһында <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/Domino's_Pizza_UK_&_IRL(недоступная ссылка)" rel="mw:WikiLink" data-linkid="null">Domino’s Pizza UK & IRL</a>, <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/Filtrona(недоступная ссылка)" rel="mw:WikiLink" data-linkid="null">Filtrona</a> эре компанияларының штаб-фатирҙары һәм акциялары FTSE 250 иҫәп-хисап индексы базаһына ингән Home Retail Group холдинг компанияһының штаб-фатиры бар.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милтон-Кинста «Милтон Кинс Донс» профессиональ футбол клубы төпләнгән. Ул 2010/2011 йылдар миҙгелендә Беренсе футбол лигаһында сығыш яһаған. «Милтон Кинс Донс» командаһы үҙ дәғүәселәрен Милтон Кинс Стэдиум стадионында ҡабул итә (стадион 22 мең тамашасы һыйҙыра).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.ons.gov.uk/peoplepopulationandcommunity/populationandmigration/populationestimates/datasets/populationestimatesforukenglandandwalesscotlandandnorthernireland
- ↑ https://ons.maps.arcgis.com/home/item.html?id=a79de233ad254a6d9f76298e666abb2b
- ↑ neighbourhood.statistics.gov.uk 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Список депутатов . Дата обращения: 24 октябрь 2010. Архивировано 7 август 2011 года. 2011 йыл 7 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт совета унитарной единицы Милтон-Кинс 2012 йыл 29 август архивланған. (инг.)