Оран
Уҡыу көйләүҙәре
Оран (һөрән) — саҡырыу, өндәү. Башҡорттар хәүеф янағанда йәки яу ваҡытында ырыуҙаштарын бер урынға саҡырыу өсөн файҙаланған. Онгон һәм тамға менән бер рәттән ул ырыу-ҡәбиләнең иң изге атрибуттарының береһе һаналған. Оран ярҙамында бөтә ырыуға зыян килтерелеүе мөмкин, тип иҫәпләнгән, шуға күрә уны башҡа ырыу һәм ҡәбилә кешеләренән йәшереп тотҡандар. Йыш ҡына Оран итеп ырыу башлығының исемен файҙаланғандар.
Мәҫәлән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ (көнсығыш), Үҫәргән ҡәбиләләрендә (ҡайһы бер ырыуҙарында) — «Тоҡсаба»; әйлеләрҙә — «Салауат»; Ҡаңлы, Ҡыпсаҡ (көнбайыш), Меңле ҡәбиләләрендә — «байһонғор»; үҫәргәндәрҙең ҡайһы бер ырыуҙарында — «Мөйтән» һ. б.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 1 апрель архивланған.