Пирс (айҙағы кратер)
Пирс | |
Кем хөрмәтенә аталған | Бенджамин Пирс[d] |
---|---|
Урын | LQ13[d] |
Астрономик есем өҫтөндә | Ай |
Вертикаль тәрәнлеге | 2160 метр |
Диаметр | 18,9 km[1] |
Пирс Викимилектә |
Пирс кратеры (лат. Peirce) — Айҙың күренгән яғында ятҡан Кризистар Диңгеҙенең көнбайыш өлөшөндәге ҙур булмаған удар кратер. Атамаһы Америка астрономы һәм математигы Бенджамин Пирс (1809—1880) хөрмәтенә бирелә һәм 1935 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан раҫлана. Кратерҙың барлыҡҡа килеүе эратосфен осорона ҡарай.
Кратер тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пирстың иң яҡын күршеләре: көнбайышта Фредгольм кратеры; төньяҡ-көнбайышта Тиссеран кратеры; төньяҡта Свифт кратеры; көнсығышта Эккерт кратеры; көньяҡта — көньяҡ-көнсығышта Пикар кратеры; көньяҡта — көньяҡ-көнбайышта Йеркс кратеры һәм көнбайышта — көньяҡ-көнбайышта Прокл кратеры. Пирс кратерынан көнбайышҡа табан Оппель теҙмәһе урынлашҡан[2].
Кратер үҙәгенең селенографик координаттары 18°16′ с. ш. 53°21′ в. д. / 18,26° с. ш. 53,35° в. д.G, диаметры 18,9 км[3], тәрәнлеге 2160 м[4].
Пирс кратеры полигональ формаға эйә һәм бер аҙ емерелгән. Кратерҙы уратып алған ур аныҡ һыҙатлы, эске урының альбедоһы бейек, шыма, итәге бер аҙ емерелгән. Урҙың бейеклеге 750 метр. Төбө соҡор-саҡырлы, кратер майҙанының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә бәләкәй кратер, төньяҡ-көнбайышында ҙур булмаған үҙәктәш һырт ята. Кратер үҙәгендә конус формаһындағы уба урынлашҡан.
Йәнәш кратерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пирс | Координаталар | Диаметры, км |
---|---|---|
C | 18°45′ с. ш. 49°53′ в. д. / 18,75° с. ш. 49,89° в. д.G | 19,8 |
- Халыҡ-ара астрономия союзы 1976 йылда Пирстың йәнәшендәге кратерға Свифт атамаһын бирә.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список кратеров на Луне
- Лунный кратер
- Морфологический каталог кратеров Луны
- Планетная номенклатура
- Селенография
- Минералогия Луны
- Геология Луны
- Поздняя тяжёлая бомбардировка
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цифровой фотографический атлас Луны.
- Снимки кратера с борта Аполлона-15, Аполлона-17.
- Кратер Пирс на карте LAC-44.
- Селенологическая карта окрестностей кратера.
- Топографическая карта окрестностей кратера.
- Описание кратера на сайте The Moon-Wiki. 2018 йыл 30 май архивланған.
- Andersson, L.E., and E.A. Whitaker, NASA Catalogue of Lunar Nomenclature, NASA Reference Publication 1097, October 1982.