Поптодорова Елена
Поптодорова Елена | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Болгария Народная Республика Болгария[d] |
Тыуған көнө | 31 август 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | София, Болгария[3][4] |
Һөнәр төрө | дипломат, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d][5], депутат Народного собрания Болгарии[d], депутат Народного собрания Болгарии[d], депутат Народного собрания Болгарии[d] һәм депутат Народного собрания Болгарии[d] |
Уҡыу йорто |
Софийский университет[d] Assumption University[d] Университет национального и мирового хозяйства[d] Софийский университет[d] |
Поптодорова Елена Викимилектә |
Елена Поптодорова (болг. Елена Поптодорова, тулы исеме Елена Бориславова Поптодорова-Петрова; 31 август 1951 йыл) — Болгария дипломаты, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Поптодорова 1951 йылдың 31 авгусында Софияла тыуа.
Софияла 1969 йылда Беернсе инглиз теле мәктәбен тамамлай. Һуңынан София университетының (1974 йыл) филология факультетында инглиз һәм итальян телдәрен өйрәнә, Лидс Университеты (1974 йыл) һәм Сиен университеты (1976—1978 йылдар) курстарына йөрөй, артабан Милли һәм донъя хужалығы университетында (1979 йыл) халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм дипломатия буйынса ике йыллыҡ курс үтә.
1975—1990 йылдарҙа Сит ил эштәре министрлығында 3-сө секретарҙан башлап эшләй; һуңынан Римдә Болгария Халыҡ Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле, Сан-Маринола БХР-ҙың Генераль консулы була (1987—1990 йылдар).
2001йылдың июненән 2002 йылдың ғинуарына тиклем Болгария Сит ил эштәре министрлығының Халыҡ-ара ойошмалар менән идара итеү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса идаралыҡ директоры вазифаһын биләй.
2008 йылдың 30 ғинуарынан 2002 йылдың 21 авгусына тиклем — Ҡушма Штаттарҙа Болгарияның ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе.
2008—2009 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ төбәгендә Махсус илсеһе булып эшләй.
2009—2010 йылдарҙа — Болгария Сит ил эштәре министрлығының Хәүефһеҙлек сәйәсәте директоры.
2010—2016 йылдарҙа ҡабаттан АҠШ илсеһе була.
2016 йылдың сентябрендә Елена Поптодорова Америка йәһүд комитетының Үҙәк Европа бүлексәһе башлығы итеп тәғәйенләнә, киләһе йылдың 1 мартында шәхси сәбәп буйынса отставкаға китергә ғариза бирә[6].
Әлеге ваҡытта Атлантик килешеү Ассоциацияһы[7] һәм Евро-атлантик эшмәкәрлек буйынса Болгар Атлантик клубы директоры[8].
Дипломатик эшмәкәрлеге менән бер рәттән Елена Поптодорова дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә:
- 1990 йылдың июненән 2001 йылдың апреленә тиклем Болгар социалистик партияһы исемлеге буйынса Бөйөк Милли Йыйылыш һәм Болгария Республикаһының Халыҡ йыйылышына һайлана. Парламент ағзаһы булараҡ, сит ил эштәре буйынса, милли хәүефһеҙлек, радио һәм телевидение, ауыл хужалығы һәм кеше хоҡуҡтары комитеттарында эшләй.
- Болгария Атлантик клубына нигеҙ һалыусы һәм директорҙар советы ағзаһы (1991 йыл).
- Болгариялағы Америка университетының Попечителдәр советы ағзаһы (1995 йыл).
- Ғаиләне планлаштырыу ассоциацияһы идараһы ағзаһы (1996 йылдан алып).
- Төбәк һәм геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге идараһы ағзаһы (1997 йыл).
- Дипломатия буйынса Башҡарма советы ағзаһы, Вашингтон, АҠШ (2003 йыл).
Бер нисә ведомство һәм юбилей наградаларына эйә.
Кейәүҙә, бер улы бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АҠШ-та сит ил дәүләттәре илселәре исемлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.nytimes.com/1998/05/22/news/22iht-sofia.t.html
- ↑ http://news.yahoo.com/bulgarian-honor-bid-dc-stirs-holocaust-debate-082119398.html
- ↑ http://www.holocaustremembrance.org/2003/bios2003.html
- ↑ http://holocaustremembrance.org/2003/bios2003.html
- ↑ http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=3525
- ↑ https://www.mediapool.bg/elena-poptodorova-podade-ostavka-ot-amerikanskiya-evreiski-komitet-news260816.html (болг.)
- ↑ About Us — Atlantic Treaty Association 2019 йыл 14 май архивланған.
- ↑ The ACB Team Атлантическият клуб в България 2019 йыл 4 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Елена Поптодорова (болг.)
- ELENA B. POPTODOROVA (инг.)
- Elena POPTODOROVA 2019 йыл 5 май архивланған. (инг.)