Сенсор тауыш биреү ҡоролмаһы
Сенсор тауыш биреү ҡоролмаһы (урыҫ. устройство сенсорного голосования (УСГ), шулай уҡ комплекс электронного голосования (КЭГ) — сенсор дисплей нигеҙендә һайлауҙар өсөн электрон машина. Тауыш биреү туранан тура интерфайс ҡоролмаһы аша ҡағыҙһыҙ (һайлау бюлетендәре) башҡарыла. Һайлаусыларҙың тауыштары автоматик рәүештә эшкәртелә, иҫәпләнелә.
Ҡайһы бер моделдәр параллель рәүештә мәғлүмәт йөрөтөүсе ҡағыҙға ла теркәй.
Был мөмкинлек бик күп илдәрҙә мотлаҡ һанала, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһында ла[1]. Ҡоролма һайлаусылар тарафынан бер тапҡыр ҡулланыла торған штрих код менән активлаштырыла[2].
Станционар һәм күсереп йөрөтөлөүсе ҡоролмалар бар. Стационар ҡоролма һайлау участогында торһа, күсереп йөрөтөлә торғаны менән өйҙә һайлаусыларға алып барыла[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ЦИК РФ: Технические требования к устройству сенсорного голосования 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ Газета.ру Выборы по штрих-коду 2016 йыл 4 март архивланған.