Сервеч (Минск өлкәһе)
Деревня | |
Большой Сервеч бел. Вялікая Сэрвач | |
Ил | |
---|---|
Область | |
Район | |
Сельсовет | |
Координаталар | |
Халҡы |
56 человек |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | |
Оло Сервеч (бел. Вялікая Сэрвач), шулай уҡ Сервачь[1] — Белоруссияның Минск өлкәһе Вилейка районындағы ауыл, Людвиновский ауыл советы составына ҡарай. Халҡы - 56 кеше (2009 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса)[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Сервеч ауылы ауыл советы булған агро ҡала Людвиновонан төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта һәм Вилейка ҡалаһы үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Оло Сервеч ауылы Сервечь йылғаһының һул ярында, йылғаның Вилей һыуһаҡлағысының төньяҡ-көнсығыш осона ҡойған еренән аҙ ғына өҫтәрәк тора. Ауыл аша Р29 Вилейка — Долгиново — Докшицы автомобиль юлы үтә, ауылда Сервечь йылғаһы аша автомобиль юлы өсөн күпер һалынған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Католический храм 1852 года. Разобран в 1950-х годах |
XVI быуат башындағы тарихи сығанаҡтарға ярашлы Сервеч имение булараҡ билдәле. 1505 йылда трок воеводаһы һәм Бөйөк Литва маршалогы Ян Заберезинский королдән Сервечь йылғаһы буйындакғы 5 ауылға хужа булыу хоҡуғын ала. 1555 йылда Сервеч — Ю Ванькевич милке була, был турала ауыл сиркәүе беренсе тапҡыр телгә ала. 1617 йылда ауылда Ян Бжостовский һәм Рафаил Сулистровский аҡсаһына ағас костел төҙөлә. XVII—XVIII быуаттарҙа имениеның хужаһы күп тапҡырҙар үҙгәреп тора[2].
1793 йылда Речь Посполитая икесе тапҡыр бүленгәндән һуң, Сервеч, бөтә Вилейщина кеүек үк, Рәсәй империяһы составына инә, артабан Минск губернаһы составында Вилейка өйәҙе, ә 1843 йылда Вилен губернаһы барлыҡҡа килә[3].
XIX быуатта Сервеч Козелл-Поклевскийҙарҙың ырыуын ҡарай, улар бында дворян имениеһы усадьбаһын төҙөй. 1852 йылда Ян Наполеон Козелл-Поклевский аҡсаһына яңы католик ағас сиркәүе төҙөлә (хәҙер ул һаҡланмаған). Бынан тыш, XIX быуаттың урталарында урындағы зыяратта Козелл-Поклевскийҙарҙың сиркәү-кәшәнәһе төҙөлә (хәҙер һаҡланған)[4]. Ағалы-энеле Ян һәм Винцент Козелл-Поклевскийҙар 1863 йылдағы ихтилалда әүҙем ҡатнаша [5].
XХ быуат башында Оло Сервач ауылында халыҡ һаны 39 кеше тәшкил итә, ауылдың 620 дисәтинә ере, шарап ҡыуыу заводы була[2].
Рига тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң (1921) Сервеч һуғыштар араһындағы Польша составына инә, ундағы Вилен воеволствоһының Вилейка поветына ҡарай. 1939 йылдың сентябрендә БССР составында тора. 1950-се йылдарҙа ағас католик ҡорам һүтелә һәм 1852 йылда күрще Давыдки ауылына күсерелә, унда ҡорамды клуб итеп үҙгәртәләр. 2012 йылда бина бөтөнләй һүтелә[6].
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Часовня-усыпальница Козелл-Поклевских |
- Козелл-Поклевскийҙарҙың сиркәү-кәшәнәһе, XIX быуат урталарында төҙөлгән, стиле - классицизм. Ауылдың көньяғындағы зыяратта урынлашҡан
- Усадьбаһы. Козелл-Поклевскийҙарҙың усадьбаһы, XIXб ыуат. Усадьбада шарап ҡыуыу бинаһы, тимерлек, хужалыҡ биналары һәм парк фрагменты һаҡланған. Элекке усадьба йорто диуарҙарының фрагменттары ғына һаҡланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Результаты переписи 2015 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 «Вялікая Сэрвач»
- ↑ Энцыклапедыя гісторыі Беларусі. У 6 т. Кадэты — Ляшчэня / Беларус. Энцыкл.; Рэдкал.: Г. П. Пашкоў (галоўны рэд.) і інш.; Маст. Э. Э. Жакевіч. — Мн.: БелЭн. ISBN 985-11-0041-2
- ↑ «Каталіцкія святыні. Мінска-Магілёўская архідыяцэзія. Частка I». Тэкст и фота Аляксея Яроменкі. Мінск, «Про Хрысто», 2003 год. ISBN 985-6628-37-7
- ↑ Бол. Сервеч, усадьба Козелл-Поклевских
- ↑ Большой Сервеч на сайте «Глобус Беларуси»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энцыклапедыя гісторыі Беларусі. У 6 т. Кадэты — Ляшчэня / Беларус. Энцыкл.; Рэдкал.: Г. П. Пашкоў (галоўны рэд.) і інш.; Маст. Э. Э. Жакевіч. — Мн.: БелЭн. ISBN 985-11-0041-2