Скрипттар теле
Скрипттар теле | |
Ҡапма-ҡаршыһы | язык системного программирования[d] |
---|---|
Скрипттар теле Викимилектә |
Скрипттар теле (сценарийҙар теле; ингл. scripting languagescripting language) — сценарийҙарҙың (ингл. scriptscript), йәғни система башҡарған эш-ғәмәлдәрҙең ҡыҫҡаса тасуирламаһының, юғары кимәлле теле. Программалар менән сценарийҙар араһындағы айырма әллә ни аныҡ түгел. Сценарий — ул әҙер программа компоненттары менән эш итеүсе программа[1].
Tcl теленең авторы Джон Устерхаут фекеренсә, юғары кимәлле телдәрҙе система программалауы телдәренә (ингл. system programming languagessystem programming languages) һәм сценарий (скрипттар) телдәренә (ингл. scripting languagesscripting languages) бүлергә була. Һуңғыларын ул йәбештереүсе телдәр (ингл. glue languagesglue languages) йәки системаға интеграциялау телдәре (ингл. system integration languagessystem integration languages) тип тә атай. Сценарийҙар ғәҙәттә интерпретациялана, ә компиляцияланмай[2], шуға ҡарамаҫтан, программалауҙың сценарий телдәре бер-бер артлы JIT-компиляторҙарға эйә була бара[3][4][5].
Тарыраҡ мәғәнәлә скрипттар теле тигәндә командалар тышлығының йәки текст мөхәрриренең һәм операцион системаларҙы администрациялау сараларының мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн махсуслашҡан телде аңларға кәрәк[6].
Классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скрипттар телдәре төрлөсә классификациялана.
Ҡулланылыуы буйынса өс типҡа бүленәләр[7]:
- команда сценарий;
- ҡулланма сценарий;
- универсаль сценарий телдәре.