Сонет
Сонет (итал. sonetto, окс. sonetsonet) — ҡәтғи, йәки ҡаты формаға ҡараған традицион шиғри форма. Ғәҙәттә сонет 2 дүрт юллыҡты — катренаны (2 рифмаға) һәм 2 өс юллыҡты — терцетты (2 йәки 3 рифма) хасил итә, йыш ҡына «француз» — abba abba ccd eed (йәки ccd ede), йә «итальян» — cdc abab abab dcd (cde cde) эҙмә-эҙлеклелегендәге 14 юлдан тора . Шулай уҡ сонеттарға «шекспир сонеттарын» йәки «инглиз» рифмалы — gg efef abab cdcd (өс катрен «сонет асҡысы» тип аталған йомғаҡлаусы ике юллыҡ), — улар Уильям Шекспир арҡаһында айырым бер танылыу ала. Сонеттың композицияһы сюжет-эмоциональ һынылышҡа (итал. volta) нигеҙләнгән, ул, ҡағиҙә булараҡ, «континенталь» сонетта катрендарҙан терцеттарға, ә шекспир сонетында — йыш ҡына йә 8-се, йә 13-сө шиғыр; ҡайһы бер осраҡта, был һынылыш шағир тарафынан һуҙылып бирелә, хатта ки 14 шиғырға тиклем барып етә (мәҫәлән, Филип Сидниҙың 71-сонеты, «book of Who will…know fairest in Nature»)[1].
Классик сонеттың структур билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөһимдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлда һаны — ун дүрт;
- строфалар һаны — дүрт (ике катрен һәм ике терцет);
- рифмаларҙың ҡабатланыуы;
- рифмалау системаһы:
- сатрашланған һәм әйләндермәле катрен;
- төрлө терцеттар.;
- үлсәме — шиғриәттә таралыу тапҡан:
- голланд, немец, урыҫ, скандинавия илдәрендә — биш стоплы йәки алты стоплы ямб;
- инглиз телдәрендә — биш стоплы ямб;
- итальян, испан, португал телендә — ун бер юлдан яһалған шиғыр (гендекасиллаб);
- француз телендә — александр шиғырҙары.
Өҫтәмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һәр дүрт строфаның синтаксик тамамланышы;
- катрен һәм терцеттарҙың интонацион айырмаһы;
- рифмалар теүәллеге, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар рифмаларының сиратлашыуы;
- һүҙҙәр ҡабатланышының булмауы (теркәүестәрҙән, ымлыҡтарҙан, бәйләүестәрҙән һәм башҡалары).
Сонет ҡанундарының вариациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сонет нигеҙендә ирекле һәм ҡатмарлаштырған формалары төҙөлгән:
- бер-береһе менән билдәле бер схема буйынса бәйләнгән 15 сонеттан торған «сонет веногы»;
- сатраш, ишле һәм уратмалы рифмаларың катрендарҙа мотлаҡ рәүештә сиратлашыуы инглиз тибындағы онегин строфаһын һүрәтләй;
- терцеттар катрендан һуң түгел, ә уларҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән «түңкәрелгән сонет»;
- әҫәргә тағы бер йәки бер нисә терцет йә иһә өҫтәмә юл өҫтәлгән «ҡойроҡло сонет»;
- 1 катрендан һәм 1 терцеттан торған «ярым сонет»;
- беренсе катрены булмаған «башһыҙ сонет»;
- ике рифмаға таянып яҙылған «тотош сонет»;
- катрендарҙа дүртенсе шиғыры ҡыҫҡартылған «аҡһаҡ сонет»[2].
Ҡайһы бер шағирҙар тәҡдим иткәнсә — системалы рәүештә йәки эксперемент формаһында — сонеттың төрлө-төрлө башҡа трансформациялары — былар барыһы ла иғтибарға лайыҡ, айырып әйткәндә, триолеттан һәм октаванан яһалған Фёдор Сологубтың (1920) «Триолетлы-октавалы сонет», .
Сонет Италияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сонет Италияла XIII быуатта барлыҡҡа килә. Тәүге билдәлелек яулаған сонет Сицилия короле Фридрих II яҡын булған натариус һәм «сицилий мәктәбе» шағиры Якопо да Лентини (эшмәкәрлек йылдары: 1215—1233) тарафынан яҙылған. Тәүге итальян сонеттары үҙҙәренең ритмы, төҙөлөшө, рифмаһының сатраш схемаһы менән халыҡ йырҙарына яҡын булғандар. Артабан сонет формаларын таратыуға «dolce stil nuovo» (Гвидо Гвиницелли, Гвидо Кавальканти, Чино да Пистойя) һәм Тоскана демократик шиғриәт мәктәбенең Тосканы (Чекко Анджольери, ит. Cecco Angiolieri) өлөш индерә. Беренселәренең ижадында һөйөү культын данлаған трубодурҙар шиғриәте артабан үҫеш ала. Dolce stil nuovo шағирҙарының сонетында ҡатын-ҡыҙ илаһ кимәленә күтәреп данлана, мөхәббәттә ҡатламдар араһындағы сик юҡҡа сыға, кешенең рухи донъяһы өйрәнелә, шиғри тел камиллаша. Анджольериҙың һәм уға эйәреселәрҙең плейбой шиғриәтендә үҙенең ябай ғына шатлыҡтары менән ҡәҙимге көнкүреш данлана. Сонет яҙыуҙың ҡануни ҡағиҙәләре 1332 йылда ладуан әҙәбиәтсеһе Антонио да Темпо тарафынан «Summa artis rithimici vulgaris dictaminis».шиғриәт трактатында булдырыла.
Сонет формаһының танылыу яулаған оҫтаһы булып Франческо Петрарка иҫәпләнә. Бары тик уның тырышлығы менән сонет кешенең кисерештәрен һүрәтлә сараһына әйләнә. Уның «Canzoniere» («Йырҙар китабы», 1373) — 366 шиғыры (шуларҙың 317 сонет формаһында), бер генә сюжет һыҙығына эйә булып, шағирҙың Лаураға мөхәббәте тураһындағы хикәйәһе — бөтә европа лирикаһының киләсәкке юлын билдәләне.
XV быуатта ла Италияла сонет яҙыу дауам ителә. С. Проденцандың 1410 йылдар тирәһендә ижад ителгән «Il Saporetto» йыйынтығындағы 186 сонет — итальян Ars nova музыкаһының мөһим сығанағы.
Италияла беренсе тапҡыр итальян телендә сонеттар барлыҡҡа килә — Иммануэль Римский шиғриәттәге был форманы ивритиа ҡулланған.
Сонет Англияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чосер сонетты инглиз теленә тәүге тәржемә итеүсе була. Ул Петрарканың 88 сонетын (Троил ялыуы тигән исеме аҫтында) формаһын һаҡламайынса, үҙенең «Троить һәм Крессид» поэмаһына индерә. Томас Уайетт Петрарка сонеттарын тәржемә итә, бәлки. француз шағирҙары ижады йоғонтоһондалыр, ул cee cdd abba abba схемаһын һайлап, уның сонеттарына оҡшаш сонеттар яҙа. Ул Петрарканың идеалды уйлап зарығыу традицияһынан ситләшә, уның сонетының лирик геройы — ябай кеше, ә уның һөйгәне — ҡәҙимге ҡатын-ҡыҙ. Уайеттың интонацияһы һөйләү телмәренә яҡын тора, уның әҫәрҙәрендә үлсәмдән ситләшеү һәм ритмды һанламау осраҡтары күҙәтелә. Үҙенең өлкән замандашының эксперементтарын Суррей исемле граф дауам итә, ул итальян сонетына ҡарағанда, инглиз сонетына — йомғаҡлаусы ике юлығы булған өс дүрт юллыҡтарға өҫтөнлөк биргән.
Сонет Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус шиғриәтендә сонеттың биш стоплы ямб үлсәмлеләре нығынған, шулай ҙа был стандарттарҙан ситләшеүгә лә юл ҡуйыла. Башҡа бик күп ҡаты формаларҙан айырмалы, сонет хәҙерге рус шиғриәтендә үҙенең актуаллеген һаҡлап ҡала. Миҫал рәүешендә Генрих Сапгирҙың "Күлдәктәге сонеттар"ын, Тимур Кәбировтың "Саша Запоеваға егерме сонет"ын, пародиялар оҫтаһы Бродскиҙы; шулай уҡ Сергей Кулагиндың ике венокк сонеттарын атарға була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Nelson Miller.
- ↑ Западноевропейский сонет XIII—XVII веков. Поэтическая антология.: — Л. ЛГУ. 1988. — 496 С.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гаспаров М. Л. Русские стихи 1890-х-1925-го годов в комментариях (глава «Твёрдые формы»)
- «Сонет в русской поэзии»
- Ананов М.Г Константин Бальмонт поэт-космогонист 2017 йыл 30 август архивланған.
- Каламбурный сонет Айдына Ханмагомедова
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- XIII—XVII быуаттарҙың Көнбайыш Европа сонеты. Шиғри антология. Баш һүҙ: З. И. Плавскина: — Л. ЛГУ. 1988. — 496 б. ISBN 5-288-00129-4
- Горбунов А. Н. «Ҡыҫынҡы үлсәм» (XVI—XIX быуаттар инглиз сонеты тураһында) / Шекспир контексы — М.: МедиаМир. 2006. — 364 б. ISBN 5-91177-001-6
- Коровин В. Л. Сонет // Энциклопедия Кругосвет
- Бехер И. Р. Сонет философияһы йәки сонет буйынса ҙур булмаған күрһәтмәләр . Немец теленән Е. Кацева тәржемәһе // Әҙәбиәт мәсьәләләре. 1965. № 10.- 190—208 б.
- Hollander J. Sonnets: From Dante to the Present. Everyman’s Library, 2001. ISBN 0-375-41177-1.