Сорансыҡ
Сорансыҡ | |
Ҡайҙа ҡоя | Һамар (Волга ҡушылдығы) |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 16 km |
Сорансыҡ (рус. Уранчик) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Сорочинск районы биләмәләрендәге йылға. Сорочинск ҡалаһы янында Һаҡмар йылғаһына ҡоя. Йылға оҙонлоғо 16 км.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округына ҡарай, Һыу хужалығы участкаһы — Һамар йылғаһы Сорочинск һыуһаҡлағысынан Елшән ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем, Бәләкәй йылға бассейны — өҫтәмә бассейны юҡ. Йылға бассейны — Волга Куйбышев һыуһаҡлағысының үренән Каспийға ҡойғанға тиклем[2]
Рф территорияһы буйынса мәғлүмәт әҙерләү һәмҺыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100006457
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100645
- Бассейн коды — 11.01.00.010
- ГӨ буйынса һаны — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был төбәк климаты — ҡырҡа континенталь[3]. Йәй эҫе һәм ҡоро. Климат йәйенең оҙайлығы: тулы булмаған дүрт ай. Ҡырау төшмәгән осор оҙонораҡ, уртаса 146 көн. Ҡыш һыуыҡ, ҡар ҡатламының иң юғары бейеклеге февралдә күҙәтелә (28 см). Температура тәүлек миҙгеленә һәм ел йүнәлешенә ҡарап ныҡ тирбәлә. Йәйгеһен +40 °C-ҡа тиклем температураның күтәрелеүе ихтимал, йәки киреһенсә +5 °C-ҡа тиклем төшөүе мөмкин. Көҙ иртә башлана, ғәҙәттә был сентябрҙең тәүге яртыһында килеп сыға, ә ҡыш йышыраҡ ноябрь башында башлана.
Яҙ март аҙағында башлана, ләкин тотороҡһоҙ була, хатта май аҙағында ла һыуыҡтар әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Ҡышын һауа торошо уртаса һыуыҡтарҙан алып көслө һыуыҡтарға тиклем тирбәлә, ҡайһы берҙә еңелсә епшетеп алыуы йәки −40 °C-ҡа ҡаты һыуыҡтар булыуы күҙәтелә[4].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәжәйеп рәүештә башҡорттар әле Соран тип атап йөрөгән йылға урыҫ телендә Уранға әйләнгән. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында фараз ите-енсә, башҡорт телендәге атаманы уға яңғырашлы, әммә урыҫ телендә булған һүҙ менән алмаштырғандарҙыр. Соран атамаһы борон башҡорт телендә йомшаҡ әйтелгән (урыҫса яҙылышта — Сюрень), артабан урыҫ теле һәм башҡа телдәр йоғонтоһонда һуҙынҡы өндәр ҡалыная барып, башта Соранға, шунан инде Уранға әүерелгән, ти ул[5].
Төрлө фараздар буйынса фекер йөрөтә торғас, Моисеев атама «тихий, спокойный, медленный, вялый», йәғни һүрән тигән мәғәнәнән сыҡҡан тигән һығымта яһап ҡуя. Нисек булһа ла Һамарға ҡойған, атамаһына был һүҙ ингән өс йылға ла хәҙер Соран тигән вариантта йөрөй — Оло Соран, Кесе Соран, Сорансыҡ[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 «Уранчик» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Администрация г. Сорочинска. Географическое положение. Климат 2017 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Справочник «Климат России» 2017 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ Башкирское слово Суран в названиях рек в прошлом тоже звучало как Сюрень, так как для башкирского языка характерна ассимиляция (гармония) согласных: если в одном слоге есть мягкий согласный, то и в других слогах должны произноситься мягкие согласные (поэтому некоторые авторы называли башкирский язык сюсюкающим). С течением времени название Сюрень на западе области подверглось изменениям под влиянием русского и других языков. В результате установилось произношение Суран, что нашло отражение на письме. Как видим, яркая особенность башкирского языка была устранена: все согласные отвердели. На востоке же области в названиях притоков Большого Ика слово Сюрень сохранилось в речи башкир. Но процесс отвердения согласных и здесь уже начался: возникло произношение Сурень, что и отразилось на письме. В устной речи русских жителей распространяется произношение с твёрдыми согласными во всех слогах: Суран. — Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
- ↑ Наконец, скажем, что означает слово суран, которое легло в основу наименования рек. В башкирском языке его значение — «тихий, спокойный, медленный, вялый». Следовательно, Суран, Сурень — это реки с медленным течением. И в данном случае название соответствует характеру реки.— Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1