Эстәлеккә күсергә

Таиланд тарихы (1932-1973)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дәүләт боролошо (перевороты) һәм Таиландтың 1932 йылғы Конституцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1929—1933 йылдарҙағы донъя иҡтисад кризисы арҡаһында килеп сыҡҡан социаль-иҡтисади хәлдәрҙең киҫкенләшеүе Халыҡ партияһына берләшкән антимонархистарҙың хәрәкәтен әүҙемләтә. Был партияның составын эре ер биләүселәр, офицерҙар, чиновниктар менән бәйләнешкә ингән ваҡ буржуазия демократтары (Приди Паномионг һ.б.) һәм либераль буржуазия элементтары тәшкил итә .

Приди Паномионг

Армияға таянып, Халыҡ партияһы 1932 йылдың 24 июнендә илдә ҡырҡа боролош (переворот) яһай. Был боролошто ҡайһы бер тарихсылар, шул иҫәптән совет тарихсылары һәм Таиландтан М. Сриварам, революция тип һанағандар.[1]. Шул уҡ ваҡытта 24 июнь боролошо бары тик юғары органдарҙың боролошон ғына характерлап тора. 1932 йылдың ваҡытлыса Конституцияһы закон сығарыу власын Халыҡ партияһы тарафынан булдырылған парламент ҡулына тапшырған. ә илдең короле бары тик номиналь дәүләт башлығы итеп ҡалдырылған; юғары аристократия (принцтар) хакимиәтлектән ситкә сығарылған. 1932 йылдың 10 декабрендә ҡабул ителгән Даими Конституция буйынса парламент депутаттарының яртыһы һайланып, ә ҡалған яртыһы король тарафынан тәғәйенләнеп ҡуйылған.

1933 йылда уң депутаттар Приди Паномионг тәҡдим иткән социаль-иҡтисади реформалар проектын уңышһыҙлыҡҡа дусар итәләр. Шунлыҡтан король Рама VII Прачадипок Халыҡ партияһын һәм парламентты тарата. 1933 йылдың 2 апрелендә бөтә демократтарға ҡаршы йүнәлтелгән антикоммунистик законды ҡабул итә. Властың яңынан абсолютизм ҡулына эләгеп реставрацияланыуын булдырмаҫ өсөн П. Пхаюхасен етәкселегендә бер төркөм офицерҙар (20 июнь, 1933 йыл) яңынан дәүләт перевороты яһайҙар. Монархия яҡлы фетнә 1933 йылдың октябрендә баҫылып ҡала, король Рама VII Прачадипок 1935 йылда тәхеттән баш тарта, ә уны алыштырған вариҫы Рама VIII абсолютизмды реставрациялауҙан тыйылып ҡала.

Прачадипок, Сиамдың һуңғы абсолют монархы һәм тәүге конституцион монархы

1932—1933 йылдағы тарихи ваҡиғалар һөҙөмтәһендә Сиамда ваҡ буржуазия менән эре ер биләүселәр йыш ҡына хөкүмәт кризистарын барлыҡҡа килтергән сәйәси компромисҡа киләләр. 1930 йылдарҙа ил менән етәкселек иткән блоктың сәйәсәте милли капиталды нығытыуға юнәлдерелгән була. Сит илдәр менән тигеҙһеҙ килешеүҙе денонсациялау (1936), таможня үҙаллылығын тергеҙеү, ҡайһы бер сит ил компанияларын национализациялау(1938—1939), сәнәғәт һәм сауҙа өлкәһендә сит ил компанияларының йоғонтоһон сикләү маҡсатында хөкүмәт -шәхсән ҡатнаш компаниялар төҙөү ҙур әһәмиәткә эйә булып тора. 1938 йылдың декабрендә власҡа хәрби-бюрократик юғары ҡатламдың килеүе (Пибунсограмдың хөкүмәте, 1938—1944) Таиландта (Сиам 1939 йылда Таиланд тип үҙгәртелде) милләтселектең прогрессив формалары пантаистик (пантаизмдың төп принцибы-бөтә тай халыҡтарының тай короле власы аҫтында берләшеүе) формаға алмашынды.

Таиланд 1939 −1945 йылдарҙағы Икенсе бөтә донъя һуғышында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыу менән Таиланд башта нейтралитет тота, ләкин 1940 йылда Франция оккупацияланғас, Лаос менән Камбоджа территорияларына дәғүә итеп, Индокитай сигендә 1941 йылдың ғинуарына тиклем һуҙылған хәрби хәрәкәттәр башлай. 1941 йылдың 12 мартында СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра, тик 1946 йылға тиклем был мөнәсәбәттәр тик исем өсөн генә (номиналь) ҡулланыла.1940 йылдың июнендә Япония менән дуҫлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 1941 йылдың майында Японияның баҫымы аҫтында Виши хөкүмәте Таиландҡа Лаосты һәм Камбоджаның 2 провинцияһын бирергә мәжбүр була. 1941 йылдың декабрендә Таиландҡа япон ғәскәрҙәре килеп төшә , һәм Пибунсонграм хөкүмәте хәрби хеҙмәттәшлек тураһындағы япон-таиланд килешеүенә ҡул ҡуя. Дөрөҫөн әйткәндә, Таиланд япондар тарафынан оккупациялана, һәм ошондай шарттарҙа 1942 йылдың 25 ғинуарында Таиланд Бөйөк Британия һәм АҠШ-ҡа һуғыш иғлан итә. 1943 йылдың 20 авгусында Япония Таиландҡа 4 төньяҡ малай һәм 2 шан кенәзлеген бирә. Таиландта бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башланып китә: күмәк кеше ҡатнашҡан подполье хәрәкәте ойошторола, ә 1942 йылдың ноябрендә компартия барлыҡҡа килә. Япондарға ҡаршылыҡ күрһәтеү рухы үҫешә, һәм шул арҡала 1944.йылда Пибунсонграм кабинете бәреп төшөрөлә.1945 йылдың 19 авгусында Таиланд япондарға ҡаршы илдәрҙең коалицияһына тыныслыҡ һорап мөрәжәғәт итә.

Таиландтың һуғыштан һуңғы үҫеше.1947 йылғы дәүләт перевороты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыныслыҡ тураһындағы шартнәмә (1946 йыл,1 ғинуар) буйынса Сиам (1945 йылдың сентябрендә Таиланд Сиам тип үҙгәртелә, ә 1948 йылдың авгусында ҡабаттан Таиланд тип атала башлай) 1941-43 йылдарҙағы территориаль аннексияларҙан баш тарта һәм инглиз компанияларына компенсациялар түләй башлай. Профсоюздарҙың үҫеше 1947 йылдың апрелендә Бөтә сиам профсоюздарының берләшмәһен барлыҡҡа килтерә. Яңы конституция (май, 1946) буйынса парламенттың ике палатаһы ла һайланып ҡуйылыуы ҡарала. 1946 йылдағы һайлауҙарҙа парламентта күпселек урынды демократик Конституция фронты алып тора. 1946 йылдың декабрендә 1933 йылғы антикоммунистик закон ғәмәлдән сығарыла. Таиланд Компартияһы берҙәм милли демократик фронт ойоштороу өсөн киң көрәш асып ебәрә. 1946 йылдың декабрендә Сиам һәм СССР араһында илселәр менән алышыу тураһында килешеү төҙөлә (дипломатик мөнәсәбәттәр 1941 йылдың 12 мартында уҡ урынлаштырылған булған). 1947 йылдың ноябрендә Таиландта офицерҙар хәрби переворот яһайҙар. Улар илде антидемократик репрессияларға дусар итәләр. Компартия полпольегә китә, ә хөкүмәтте яңынан Пибунсограм (1948—1957) етәкләй.

Пибунсонграм

Таиланд 1973 йылға тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуңғы иҡтисадты яңынан тергеҙеү тай (сығышы менән ҡытай) буржуазияһының позицияһын нығыта. Пибунсограм хөкүмәте нигеҙҙә АҠШ менән хеҙмәттәшлек итеүгә юнәлтелгәнлектән, 1950 йылда АҠШ менән иҡтисади, техник яҡтан хеҙмәттәшлек һәм хәрби ярҙам тураһындағы килешеү төҙөлә. 1951 йылда хөкүмәт социалистик илдәр менән һатыу итешеүҙе тыя. 1954 йылда Таиланд СЕАТО блогында ҡатнаша башлай. Илдә барған реакцион тышҡы һәм эске сәйәсәт(1951 йылда бөтә сәйәси партияларҙың да тарҡатылыуы, 1952 йылда антикоммунистик закон ҡабул итеү һ.б.) илдә ҡәнәғәтһеҙлек уята.

1950 йылдарҙа хөкүмәт режимы бер аҙ либералләштерелә (1955-57 — «демократия осоронда»). 1954 йылғы Индокитай буйынса Женева килешеүҙәре илдә нейтраллек хистәрен үҫтерә башлай. 1957 йылдың февраль-май айҙарында Таиландта демократик антиимпериалистик лозунгылар аҫтында күп күләмле демонстрациялар үтә. Был шарттарҙа армия командованиеһы 1957 йылдың сентябрендә сираттағы хөкүмәт переворотын яһай. 1958 йылдың октябрендә Революцион комитеттың башына С. Танарат ҡуйыла. Уға ваҡытлыса конституция буйынса (ғинуар 1959) ил башлығы булараҡ (1959-63) сикләнмәгән хоҡуҡтар бирелә. Илдә барлыҡ йәмәғәтселек ойошмалары тыйыла, демократтар массалы рәүештә ҡулға алына.

Таиландты һаҡлау тураһындағы америка-таиланд декларацияһына (март 1962) ҡул ҡуйышҡандан һуң ,Таиланд территорияһында америка хәрби базалары барлыҡҡа килә, америка ғәскәрҙәренең һаны арттырыла. АҠШ-тың Таиландтағы хәрби базаларындағы авиация ДВР-ға, Көньяҡ Вьетнамға, Лаос һәм Камбоджаға һөжүм итә. 1966-72 йылдарҙа таиланд хәрби частары Вьетнамға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашалар (1970 йылда Көньяҡ Вьетнамда12 мең таиланд һалдаттары һәм офицерҙары булған). 1963 йылда С. Танарата үлгәндән һуң хөкүмәттең башлығы булып Т. Киттикачон тора. Ул хакимлек иткән осорҙа (1971-73) быға тиклем өлөшләтә сәйәси азатлыҡҡа кире ҡайтыу процесы (июнь, 1968 — ноябрь 1971) сираттағы хәрби переворот менән алышына. 1968 йылда ҡабул ителгән конституция ғәмәлдән сығарылып, илдә хәрби хәл индерелә, парламент тарҡатылып, сәйәси партиялар тыйыла.1972 йылда ваҡытлы конституция иғлан ителә, әммә Милли йыйылыштың 2/3 өлөшөн хәрбиҙәр тәшкил итә. Хоҡуҡһыҙлыҡ һәм террор, ҡыйбатсылыҡтың үҫеүе илдәге хәлде бик ныҡ ҡырҡыулаштыра. Рәсми ҡәтғи тыйыуҙарға ҡарамайынса, эшселәрҙең забастовкалары, студенттарҙың демонстрациялары йышая

1973 йылдың октябрендә баш ҡала урамдарына йөҙәрләгән мең демонстранттар сыҡҡан, улар режимды демократиялаштырыуҙы, хәрби диктатураны туҡтатыуҙы талап итәләр. Т. Киттикачон Хәрби хөкүмәте, граждандар кабинетына власты тапшырып, отставкаға китергә мәжбүр була. Т. Киттикачон илдән ситкә ҡаса, ә хөкүмәтте профессор Санъя Тхаммасак етәкләй. 1973 йылдың октябрендәге тарихи ваҡиғалар демократик хәрәкәттең күтәрелешенә килтерә. 1973 йылдың аҙағында сәнәғәт һәм транспорт эшселәренең забастовкаһында 200 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша, крәҫтиәндәрҙең төрлө манифестациялары йышая, уларҙың барыһында ла йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы талап итәләр. С. Таммасак хөкүмәте тышҡы сәйәсәтте үҙгәртергә, башҡа илдәр менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытырға ниәтләүен белдерә . 1973 йылдың декабрендә ҡайтанан булдырылған Милли йыйылышта даими конституция өҫтөндә эшләй башлайҙар, һәм был конституция 1974 йылда ҡабул ителә.

1932—1973 йылдарҙа Таиландта хөкүмәт башлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1932, 27 июня — 1933, 20 июня — Манопхакон Нититхада
  • 1933, 22 июня — 1938, начало декабря — Пхахон Пхаюхасена
  • 1938, 10 декабря — 1944, 26 июля — Пибунсонграм
  • 1944, 1 августа — 1945, 31 августа — Кхуанг Апхайвонг
  • 1945, 31 августа — 1945, 16 сентября — Тави Бунъякет
  • 1945, 17 сентября — 1946, 31 января — Сени Прамот
  • 1946, 31 января — 1946, март — Кхуанг Апхайвонг
  • 1946, 23 марта — 1946, 23 августа — Приди Паномионг
  • 1946, 23 августа — 1947, 8 ноября — Тхамронг Навасават
  • 1947, 11 ноября — 1948, 6 апреля — Кхуанг Апхайвонг
  • 1948, 8 апреля — 1957, 16 сентября — Пибунсонграм
  • 1957, 28 сентября — 1957, 31 декабря — Пот Сарасин
  • 1958, 9 января — 1958, 20 октября — Таном Киттикачон
  • 1959, 9 февраля — 1963, 8 декабря — Сарит Танарат
  • 1963, 10 декабря — 1973, 14 октября — Таном Киттикачон
  • 1973, 14 октября — 1975, 15 февраля — Санъя Тхаммасак.
  • Ребрикова Н.В. Очерки новейшей истории Таиланда (1918-1959). — Москва: ИВЛ, 1960.
  • Ребрикова Н.В. Американская политика в Таиланде. — Москва: ИВЛ, 1959.
  • Ребрикова Н.В. Ребрикова Н. В., Калашников Н. И. Таиланд: общество и государство. — Москва: Наука, 1984.
  • Фёдоров В.А. Армия и политический режим в Таиланде (1945—1980). — Москва: Наука, 1982.
  • 1932: Revolution in Siam by Charnvit Kasetsiri; Thammasart University Press, 2000 ISBN 974-85814-4-6
  • The End of the Absolute Monarchy in Siam by Benjamin A. Batson; Oxford University Press, 1984 ISBN 0-86861-600-1
  • History of the Thai Revolution by Thawatt Mokarapong; Thai Watana Panich Press, 1983 ISBN 974-07-5396-5
  • The Free Thai Legend by Dr. Vichitvong na Pombhejara; Saengdao, 2003 ISBN 974-9590-65-1
  • Siam becomes Thailand by Judith A. Stowe; University of Hawaii Press, 1991 ISBN 0-8248-1394-4
  • Thailand: A Short History by David K. Wyatt; Yale University Press, 2004 ISBN 0-300-08475-7
  • Thailand: The Politics of Despotic Paternalism by Thak Chaloemtiarana; Thammasart University Press, 1979
  • Thailand’s Secret War: OSS, SOE and the Free Thai Underground During World War II by E. Bruce Reynolds; Cambridge University Press, 2004 ISBN 0-521-83601-8
  1. [Ребриков. Н. В,Очерки новейшей истории Таиланда (1918—1959), М., ИВЛ,1960]