Фотохимия
Фотохи́мия —ультрафиолеттан инфраҡыҙыл нурланышҡа тиклем диапозонда барған химик үҙгәрештәрҙе (ярһыған молекулалар химияһы, фотохимик реакциялар) өйрәнә торған физик химияның өлөшө.[1]; химияның яҡтылыҡ тәьҫирендә барған реакцияларҙы һәм үҙгәрештәрҙе өйрәнә торған бүлеге[2].
Фотохимия закондары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фотохимик үҙгәрештәр тик система йотҡан яҡтылыҡ тәьҫирендә генә бара (Грот — Дрейпер законы, 1818—1843 йылдар).
- Һәр йотолған фотон тик бер молекуланы ярһыта ала (Эйнштейнтың фотохимик эквивалентлыҡ законы, 1912 йыл).
- Органик ҡушылмаларға ҡағылған киләһе ике законды украин сығышлы америка физигы К.Кашей сығарған.
- Органик ҡушылмаларға ҡағылған киләһе ике законды украин сығышлы америка физигы К.Кашей сығарған.
- Молекула фотонды йотҡан осраҡта иң түбәнге сиглет торошҡа, йәки иң түбәнге триплет торошҡа күсеү ихтималлылығы бар.
- Фотохимик процессар барған күпселек органик иретмәләрҙә ярһыған беренсе синглет торош, йәки беренсе триплет торош ҡатнаша.
Молекулаларҙа электрон күсеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фотохимия өсөн әһәмиәтле диапазон — яҡын ультрафиолеттан алып оҙон инфраҡыҙыл диапазон менән сикләнгән, йәғни 190 нм-дан алып 700—800 нм интервалы.
Был диапазонда квантты йотҡанда молекуланың электрон энергияһы үҙгәреүе күҙәтелә, һәм был күренеш химик реакция башлап ебәрә.
Активация барьерын үтеү өсөн, ярһыған хәлгә күскән молекула артыҡ энергияһын нурланыш ярҙамында, йәки химик әүрелеш ярҙамында юғалта ала. Рәсемдә электрон күсештәр күрһәтелгән, пунктир һыҙыҡтар менән нурланышһыҙ күсештәр күрһәтелгән:
- Ярһыу.
- Флуоресценция (S1 торошонан S0 торошона нурланышлы күсеү).
- Интернацион конверсия S1 торошонан S0 торшона нурланышһыҙ күсеү.
- Интеркомбинацион конверсия S1 торошонан T1 торошона күсеү.
- Фосфоресценция (Т1 торошонан S0 торошона нурланышлы күсеү).
- Интеркомбинацион конверсия T1 торошонан S0 торошона күсеү.
Фотохимик әүрелеште өс стадияға бүлергә мөмкин:
- йотоу акты, ярһыған электон хәлгә күсеү;
- ярһыған электрондар ҡатнашҡан беренсел фотохимик процесстар;
- беренсел химик процесстарҙа барлыҡҡа килгән матдәләрҙең икенсел реакцияға инеүе.
Фотохимияның әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхиттә барған мөһим процесстар нигеҙендә фотохимия ята. Фотосинтез, күреү һәләте, ультрафиолет нурланыш тәьҫирендә атмосферала озон барлыҡҡа килеүен телгә алыу ҙа етә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ photochemistry // IUPAC Gold Book
- ↑ Русско-башкирский словарь химических терминов (Л.Мигранова)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. Тур. Ул молекуляр фотохимия. М.:"Мир", 1967.