Эстәлеккә күсергә

Фәнни-техник революция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фәнни-техник революция (ФТР) — етештереү көстәре сифатының тамырҙан үҙгәреүе, структураһында һәм үҫеш динамикаһында яңы кимәлгә күтәрелеү.

Фәнни-техник революция тар мәғәнәлә — фәнгә таянып, матди производствоның техник нигеҙҙәрен тамырҙан үҙгәртеү. Бының һөҙөмтәһендә индустриаль йәмғиәт постиндустриалгә әүерелә.

ФТР дәүере үткән быуаттың 40—50-се йылдарында башлана. Шул уҡ ваҡытта барлыҡҡа килгән һәм үҫеш алған төп йүнәлештәре: производствоны автоматлаштырыу, уға электроника аша контроллек һәм идара итеү; яңы конструкцион материалдар сығарыу һәм файҙаланыу һ. б. Ракета-космос техникаһы барлыҡҡа килеү менән кешеләр Ер әйләнәһендәге йыһанды өйрәнә башлай.

Классификациялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Э. Тоффлер йәмғиәт үҫешендәге өс «тулҡынды» айыра:

  1. Ер эшкәртеүгә күскәндәге аграр;
  2. Сәнәғәт революцияһы осорондағы индустриаль;
  3. Белемгә нигеҙләнгән (постиндустриаль) йәмғиәткә күскәндәге мәғлүмәти.

А. И. Ракитов кешелек тарихында биш мәғлүмәт революцияһын күрә:

  1. тел барлыҡҡа килеп, кеше эшмәкәрлегенә һәм аңына үтеп инеүе;
  2. яҙыу барлыҡҡа килеүе;
  3. китап баҫыуҙы уйлап табыу;
  4. телеграф менән телефон уйлап сығарыу;
  5. компьютер уйлап табыу һәм Интернет барлыҡҡа килеү.

Постиндустриализм теорияһы классигы Д. Белл өс технологик революцияны айыра:

  1. XVIII быуатта пар машинаһын уйлап табыу
  2. XIX быуатта электр һәм химия өлкәһендә фәнни-технологик ҡаҙаныштар
  3. ХХ быуатта компьютерҙар уйлап сығарыу

Белл раҫлауынса, сәнәғәт революцияһы һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәргән һәм йәмғиәтте киң ҡулланыуға әҙерләгән конвейер производствоһы барлыҡҡа килгән кеүек, артабан бөтә йүнәлештәрҙә социаль үҫеште тәьмин итеүсе ағымға ҡуйылған мәғлүмәт етештереү хасил булырға тейеш.

«Дары, компас, китап баҫыу, — тип яҙған К. Маркс, — буржуаз йәмғиәткә юл һалған өс бөйөк уйлап табыу. Дары рыцарлыҡты шартлата, компас донъя баҙарын аса һәм колониялар яулата, ә китап баҫыу протестантизм ҡоралына һәм тотош фәндең яңы баҫҡысҡа күтәрелеүе сараһына, рухи үҫеш өсөн кәрәкле тәүшарттарҙы барлыҡҡа килтереүсе иң ҡеүәтле рычагҡа әйләнә». Философия фәндәре докторы профессор Г. Н. Волков ФТР йөҙөндә техникалағы революция менән фәндәге революция берлеген күрә.

Northwestern University (АҠШ) иҡтисадсыһы профессор Роберт Гордон моделенә ярашлы, беренсе ФТР, 1750 йылда пар двигателе уйлап табыу һәм беренсе тимер юл төҙөүҙән башланып, XIX быуаттың тәүге утыҙ йылы аҙаҡтарына тиклем дауам итә. Икенсе ФТР (1870—1900 йылдар) осоронда электр һәм эске яныу двигателе уйлап табыла. Өсөнсө ФТР 1960-сы йылдарҙа тәүге ЭВМ-дар һәм сәнәғәт робот техникаһы сығарылыуҙан башлана, 90-сы йылдарҙа ябай ҡулланыусылар интернет файҙалана башлағас, глобаль әһәмиәт яулай, осор 2004 йылда тамамлана[1][2].

  • Универсаллек, солғау киңлеге: кеше эшмәкәрлегенең бөтә тармаҡтарын һәм өлкәләрен биләп алыу
  • фәнни-техник үҙгәрештәрҙең ғәҙәттән тыш тиҙләнеш алыуы: асыш менән уны ғәмәлләштереү араһы ҡыҫҡара, тиҙ иҫкереү һәм яңырып тороу. Бер быуын тормошонда бер нисә тапҡыр киҫкен яңырыу була[3].
  • Хеҙмәт ресурстары квалификацияһына талап күтәрелеү: производствоның фәнде күпләп ҡулланыуы
  • Хәрби-техник революция: ҡоралланыуҙың һәм экипировканың камиллашыуы
  • Мәғлүмәт коммуникацияларында прогресс[4].
ФТР-ҙың состав өлөштәре
  • Фән: фән киң ҡулланыла, ғилми хеҙмәткәрҙәр һаны һәм фәнни тикшеренеүҙәргә сығымдар арта
  • Технология: производствоның һөҙөмтәлелеге күтәрелә. Функциялар: хеҙмәтте һаҡлау, ресурстарҙы һаҡлау, тәбиғәтте һаҡлау
  • Производство:
    • электронлаштырыу
    • комплекслы автоматлаштырыу
    • энергетика хужалығын үҙгәртеп ҡороу
    • яңы материалдар етештереү
    • биотехнологияның йылдам үҫеше
    • космизация
  • Идара итеү: мәғлүмәтләштереү һәм кибернетик ҡараш

Хәҙерге фән һәм техника прогресына уларҙың революцион һәм эволюцион үҙгәрештәре ҡушылмаһы хас. Ике-өс тиҫтә йыл эсендә ФТР-ҙың тәү йүнәлештәренең күбеһе радикалдән ҡәҙимгегә әйләнде. 710-80-се йылдарҙың яңы эре фәнни асыштары һәм уйлап табыуҙары ФТР-ҙың яңы, икенсе этабын башланы. Уның төп йүнәлештәре бер нисә: электронлаштырыу, комплекслы автоматлаштырыу, энергетиканың яңы төрҙәре, яңы материалдар эшләү технологияһы, биотехнология. ХХ быуат аҙағы — XXI быуат башы производствоһының йөҙөн уларҙың үҫеше билдәләй.