Эстәлеккә күсергә

Хәрби хеҙмәткәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
31-се айырым гвардия десант-штурм бригадаһы хәрби хеҙмәткәрҙәре
4-се гвардия танк дивизияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре «Ратник-2» шәхси һаҡланыу сараларында, 2017 йыл

Хәрби хеҙмәткәр — дәүләт именлеге һәм оборона өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән хәрби хеҙмәт вазифаһын башҡарыусы һәм уның менән билдәләнгән бурыстар үтәүсе шәхес (кеше). Бының менән бәйле ул махсус хоҡуҡи статусҡа эйә.

«Хәрби хеҙмәткәрҙәр» һүҙ бәйләнеше хеҙмәт кешеләре исеме менән беренсе тапҡыр «Бөйөк Мәскәү кенәзлеге» документтарында телгә алына[1] (хәрби кешеләр тип ул заманда бөйөк кенәзгә хеҙмәт итеү бурысы йәки «хәрби эш алып барыу» менән бәйле дворяндарҙе атап йөрөткәндәр.

Ул ваҡыт документтарына, мәҫәлән, «Уложение о службе» (1555 йыл), «Судебником» Ивана IV (1559 йыл), «Соборное уложение» Алексея Михайловича (1649 йыл) ярашлы «хеҙмәт кешеләре» (хәрби кешеләр) «служилые люди» («ратные люди») «дәүләт хеҙмәтендә» торған, бының өсөн ер һәм дәүләттән эш хаҡы жалованье алған.

Һуңынан Рәсәй империяһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең «прибор буйынса»[1] (набор буйынса) йыйылма буйынса тупланған яңы категорияһы барлыҡҡа килә. Хәрби хеҙмәт өсөн уларға ер һәм поместье (усадьба) түгел, ә ҡаҙнанан аҡсалата һәм иген менән эш хаҡы, кейем һәм аяҡ кейеме, хәрби әйберҙәр бирәләр. Уларға:

  • копейщики
  • стрельцы
  • рейторы
  • пушкари
  • городовые дворяне
  • городовые казаки
  • казаки
  • һәм башҡалар.

XVII быуатта хеҙмәт кешеләре разрядына прибор буйынса яңы строй полктарының хәрби хеҙмәткәрҙәре мушкетерҙар, рейтарҙар, драгундар, һалдаттар, шулай уҡ һөрөнтө һалдаттар һәм драгундар өҫтәлә.

Рәсәй Федерацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы федераль законының 2-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында хәрби хеҙмәткәрҙәр булып "башҡа ил гражданлығы булмаған һәм хәрби хеҙмәт үткән граждандар Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә, Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә, граждандар оборонаһы өлкәһендәге бурыстарҙы хәл итеүгә вәкәләтле федераль башҡарма власть органының ҡотҡарыу хәрби формированиеларында, Рәсәй Федерацияһының Тышҡы разведка хеҙмәтендә, Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәтендә, дәүләт һаҡлау органдарында, Рәсәй Федерацияһының хәрби прокуратураһы органдарында, Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының хәрби тәфтиш органдарында һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдарының мобилизация әҙерлеген тәьмин итеү федераль органында, янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең хәрби подразделениеларында һәм һуғыш ваҡытында булдырылған махсус формированиеларҙа, ә сит ил гражданлығы (подданныйлығы) булған граждандар һәм сит ил граждандары — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә һәм граждандар оборонаһы өлкәһендәге бурыстарҙы хәл итеүгә вәкәләтле федераль башҡарма власть органының ҡотҡарыу хәрби формированиеларында хеҙмәт итеүселәр иҫәпләнә[2].

Рәсәй Федерацияһы (Рәсәй) граждандары хәрби хеҙмәт башланғандан һуң «хәрби хеҙмәткәр» статусын ала һәм хәрби хеҙмәт ваҡыты тамамланғандан һуң уны юғалта.

  1. 1,0 1,1 О русском войске в царствование Михаила Фёдоровича и после его, до преобразований, сделанных Петром Великим. Историческое исследование действ. чл. Императорского Общества Истории и Древностей Российских И. Беляева. Москва. 1846 год.
  2. Федеральный закон от 28.03.1998 г. № 53-ФЗ «О воинской обязанности и военной службе» / Статья 2. Военная служба. Военнослужащие 2018 йыл 30 сентябрь архивланған. // Фрагмент текста закона (в действующей редакции от 18.03.2019 года) на сайте ИПС «КонсультантПлюс».
  • «О русском войске в царствование Михаила Федоровича и после его, до преобразований, сделанных Петром Великим.» Историческое исследование действ. чл. Императорского Общества Истории и Древностей Российских И. Беляева. Москва. 1846 год.
  • «Военный энциклопедический словарь» (ВЭС), Москва, Военное издательство (ВИ), 1984 г., 863 стр. с иллюстрациями (ил.), 30 листов (ил.);
Цикл статей генерала Джона Хаккетта об эволюции военной профессии