Ҡайпан
Ҡайпан (урыҫ. Кайпан) — Танып ҡәбиләһе башҡорттары составындағы ырыу исеме[1].
Ырыу аралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайпан ырыуында түбәндәге аралар бар: ҡоҙаш[2], кәлтәй, салдау, шәрҙәк, юҙа.
Этник тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайпан ырыуы Танып ҡәбиләһе менән, килеп сығыштары буйынса түгел, ә аҫаба ерҙәрен бергәләп файҙаланыуы менән генә бәйле.
Ҡайпандар мәҙәниәте нигеҙендә төрки, дала мәҙәниәте ятыуы асыҡ төҫмөрләнә. Был хаҡта С. Н. Шитова үҙенең халыҡ кейеме буйынса ғилми хеҙмәтендә бик яҡшы итеп һүрәтләй. Ҡайпан һәм ҡаҙансы башҡорттары араһында уларҙың олаталары әйткәнсә: «хәҙер инде был яҡтарҙа онотолған ҡурай моңдары аҫтында боронғо ваҡиғалар тураһында һөйләүҙәрен» һағынып иҫкә алыуҙарын ишетергә була.
Этнонимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡайпан — Р.: название башкирского рода: И.: bashkir clan name; Т.: bir Baskort seyunun ismi)»[3]
Ҡайпан этнонимы Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында осрай; ошолай аталған аралар боронғо башҡорт ҡәбиләләре составына инә.
Этнонимдың был ҡәбиләләр менән генетик бәйләнеше тураһында ҡыҙыҡлы фекер: каи — Иртыштың үрге ағымында йәшәү дәүерендә ҡыпсаҡтарҙың бер тармағы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт шәжәрәләре: Танып, Ҡаҙансы, Ҡайпан
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа.. М, Наука, 1974.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Өфө. 2013. Башҡортостан «Китап» нәширәте дәүләт унитар предприятиеһы. Т. 3 100 экз. С. 887.