Ҡалҡыулыҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡалҡыулыҡ | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Уйһыулыҡ |
---|
Ҡалҡыулыҡ — рус. Возвышенность — ер өҫтөнөң тирә-яҡ киңлектәргә ҡарағанда күтәрелгән өлөшө (мәҫәлән, Урта Рәсәй ҡалҡыулығы һ.б.).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шартлы рәүештә абсолют бейеклеге 200 м-ҙан алып 400 м-ға тиклем еткән майҙанды, (һирәкләп 800 м-ға ҡәҙәр етә) һәм уйһыулыҡтарға ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе ҡалҡыулыҡ итеп ҡарайҙар. Ғәҙәттә, ҡалҡыулыҡтың асыҡ беленеп торған битләүҙәре юҡ.
Күбеһенсә аккумуляция барышында йәки йылғалар менән бүлгеләнгәндә ҡалҡыу тигеҙлектәр барлыҡҡа килә. Аккумуляция арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡалҡыулыҡҡа — мореналарға миҫал итеп Смоленск-Мәскәү ҡалҡыулығын килтерергә мөмкин. Ставрополь ҡалҡыулығы — йылғалар менән бүлгеләнгән ҡалҡыулыҡ.
Күренеше буйынса ошондай төрҙәре бар:
- ялпаҡ түбәле (Волга буйы ҡалҡыулығы)
- һырлы (Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы)
- убалы (мәҫәлән, Валдай ҡалҡыулығы).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Возвышенность // Вешин — Газли. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 5).
- Великий князь — Восходящий узел орбиты. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — 784 с. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 5). — ISBN 5-85270-334-6.