Эстәлеккә күсергә

Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джозеф Райт
Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ, 1766
Киндер, Майлы буяу. 147×203 см
Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы, Бөйөк Британия

«Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ» — 1766 йылдар тирәһендә яҙылған инглиз рәссамы Джозеф Райт картинаһы. Тулы исеме «Ҡояшты лампа алыштырған моделдә Ҡояш системаһын аңлатыусы философ». «Философ» — тамашасыға күренмәгән шәм яҡтыһында һүрәтләнгән персонаж һәм сәхнә объекттары күрһәтелгән икенсе картина («Гладиатор»ҙан һуң).Картина персонаждары йөҙҙәре Айҙың төп фазаларын күрһәтә — яңы ай, ярты ай, сирек ай һәм тулы ай.

Классик сюжет урынына картина үҙәгендә фәнни сюзет ятыуы бәхәстәр тыуҙыра. Райт һүрәтләгән фәнни "мөғжизәләр"гә һоҡланыу ул замандағы йәшәп килгән дингә һоҡланыу ғөрөф-ғәҙәтенән айырыла, сөнки Райт фән һәм техниканы дин кеүеҡ һоҡландырғыс тип иҫәпләй. Янып торған шәм яҡтыһында скульптуралар хәрәкәт иткән кеүек тойоу ул заманда модалы күңел асыу сараһы булған, тип иҫәпләй Гёте. Ҡояш системаһының механик моделендә Ҡояш урынындағы лапма яҡтыһынан сыҡҡан күләгәләр күрһәтеүҙең әһәмиәтле өлөшө булып тора.

Шәм яҡтыһында гладиатор скульптураһын ҡараусы өс кеше — тамашасығы күренмәгән яһалма яҡтылыҡта күрһәтелгән Райттың беренсе картинаһы

Дини темалағы элекке замандың бөйөк картиналары ижад ителгән кеүек фән һәм техника темаһы ла һоҡландырғыс һәм әһәмиәтле, тип иҫәпләй Райт.

Британия художнигының «Философ» картинаһы, XVIII быуатта француз сәнғәт әһелдәрендә йәшәп килгән ныҡлы жанрҙар иерархияһын емерә. Каританың сюжеты яңы статус бирелгән урта кластың формаль булмаған портретын хәтерләтә. Ошо стильдә Иоганн Цоффани 1776 йылда король ғаиләһен төшөрә. Шулай ҙа картинала төшөрөлгән бер кешене лә портрет тип күҙалларға ярамай (хатта уның протитибын билдәләп булһа ла). XX быуаттағы сәнғәт белгесе Эллис Уотерхаус француз драмаһы «genre serieux» менән сағыштыра.

«Бөйөк һәм ғәҙәти булмаған, үҙенсәлекле гений» тип иҫәпләйҙәр Райтты ХХ быуаттағы күҙәтеүселәр. Философ картинаһы заказ буйынса яҙылмай. Үҙ Ҡояш системаһы моделе булған һәүәҫкәр астроном 5-се граф Вашингтон Ширли һатып алыр тигән өмөттә яҙыла. Райттың дүҫы Ширли Питер (Peter Perez Burdett) бер нисә мәртәбә унда ҡунаҡта була. Картинала төшөрөлгән ике кеше Бурдет һәм Феррары портреты тип иҫәпләнә. Бурдетт яҙып бала Феррерс улы менән модель янында ултыра. Феррарс картинаны £210 һатып ала, әммә 6-сы граф уны аукционда һата. Хәҙерге ваҡытта экспозиция Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында һаҡлана.

Келлнер ҡулы менән эшләнгән Ньютон рәсеме

Райттың биографияһын өйрәнеүсе Бенедикт Николсон 1968 йылда картинала Джон Уайтхёрст төшөрөлгән тип раҫлай, ә икенсе комментатор картиналағы фигура «Иссаак Ньютон» портретына оҡшаш тип күрһәтә.